Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2011, 15:28

Сибайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты

Был көндө Сибай ҡалаһында 23 һайлау участкаһы эшләне. ҡала халҡының һайлау хоҡуғына эйә булған өлөшөнөң 81,04 проценты, үҙенең был хоҡуғы менән файҙаланып, теге йәки был партия өсөн тауыш бирҙе. ҡаланың Сибай политехник колледжында урынлашҡан 619-сы һайлау участкаһында тауыш биреү әүҙем барҙы. Иртәнсәктән һайлауҙар һүлпәнерәк башланып китһә лә, көн дауамында һайлаусыларҙың күпселеге тауыш бирҙе. Тәртип боҙоуҙар, төрлө аңлашылмаусанлыҡтар булмаһын өсөн, барыһын да теркәп тороусы видеокамера ҡуйылғайны, полиция дежурҙа торҙо. Шуғалырмы, төрлө партияларҙың күҙәтеүселәре үҙҙәрен тыныс тотто, тауыш, ғауға булманы.

Сибайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты
Сибайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты

Был көндө Сибай ҡалаһында 23 һайлау участкаһы эшләне. ҡала халҡының һайлау хоҡуғына эйә булған өлөшөнөң 81,04 проценты, үҙенең был хоҡуғы менән файҙаланып, теге йәки был партия өсөн тауыш бирҙе.
ҡаланың Сибай политехник колледжында урынлашҡан 619-сы һайлау участкаһында тауыш биреү әүҙем барҙы. Иртәнсәктән һайлауҙар һүлпәнерәк башланып китһә лә, көн дауамында һайлаусыларҙың күпселеге тауыш бирҙе. Тәртип боҙоуҙар, төрлө аңлашылмаусанлыҡтар булмаһын өсөн, барыһын да теркәп тороусы видеокамера ҡуйылғайны, полиция дежурҙа торҙо. Шуғалырмы, төрлө партияларҙың күҙәтеүселәре үҙҙәрен тыныс тотто, тауыш, ғауға булманы.
5 декабрь иртәһендә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, сибайҙарҙың тауыштары түбәндәгесә бүленгән:
− «Берҙәм Рәсәй» партияһы өсөн – 72,94;
− КПРФ өсөн − 17,34;
− ЛДПР өсөн − 3,74;
− «Справедливая Россия» өсөн − 3,38 ;
− «Яблоко» өсөн − 1,01;
− «Патриоты России» өсөн − 0,37;
− «Правое дело» өсөн − 0,27 процент.
Һайлауҙар үтте, һөҙөмтәләр асыҡланды. Мин үҙем, ысынын ғына әйткәндә, һайлауҙар­ға йөрөмәйем. Яңылышырмын, дөйөм тенденцияға тап килмәй ҡуйырмын, тип шикләнәм. Шулай ҙа, иртәнсәк һайлау һөҙөмтәләрен ишеткәс, шатландым. Үрле-ҡырлы һикереп бейеп тә алдым.

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: