Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2011, 16:20

Ғалимдарҙың хеҙмәтенә оло баһа

Ошо көндәрҙә бер төркөм ғалимға Башҡортостан Рес­публи­каһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тапшырылды. Улар ба­рыһы ла – үҙҙәренең ғилми эштәре, инновацион проекттары һәм уларҙы практикала әүҙем ҡулланыуы менән танылыу яулаған билдәле ғалимдар. Премия булдырылған көндән алып абруйлы наградаға 34 кеше лайыҡ булған. Быйыл иһә уларҙың иҫәбе тағы ла 13 кешегә артты.

Ғалимдарҙың хеҙмәтенә оло баһа
Ғалимдарҙың хеҙмәтенә оло баһа

Ошо көндәрҙә бер төркөм ғалимға Башҡортостан Рес­публи­каһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тапшырылды. Улар ба­рыһы ла – үҙҙәренең ғилми эштәре, инновацион проекттары һәм уларҙы практикала әүҙем ҡулланыуы менән танылыу яулаған билдәле ғалимдар.
Премия булдырылған көндән алып абруйлы наградаға 34 кеше лайыҡ булған. Быйыл иһә уларҙың иҫәбе тағы ла 13 кешегә артты.
– Был премия – республикала иң абруйлы наградаларҙың береһе. Ул проекттың фәнни ҡиммәте өсөн генә түгел, ә практик әһәмиәте өсөн дә тапшырыла. Премия лауреаттары – күренекле ғалимдар, һәләтле ойоштороусылар һәм ысын мәғәнәһендә Башҡортостан­дың һәм Рәсәйҙең ғорурлығы, – тине БР Хөкүмәте Премь­ер-министры Азамат Илембәтов, наградаларҙы тапшырып.
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары бар. Билдәле ғалим, күҙ ауырыу­ҙары буйынса бик күп ғилми эштәр авторы, оҙаҡ йылдар Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын етәкләгән Марат Аҙнабаев та – дәүләт премияһының быйылғы лауреаты.
– Премияға лайыҡ булыуыма бик шатмын. Уны мин оҙаҡ йылдар дауамындағы хеҙмәтемә оло баһа тип ҡабул итәм һәм ошолай юғары баһалауҙары өсөн рәхмәтлемен. «Күҙ патологияһы атласы» тигән китапҡа материалдарҙы, шул иҫәптән фотоматериалдарҙы аспирант саҡта уҡ йыя башлағайным. Ул 1966 йылдарға тура килә. Тимәк, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, был хеҙмәтте туплау өсөн күпме ваҡыт киткән. Атлас туғыҙ бүлектән тора һәм унда 918 төҫлө, 47 аҡ-ҡара фотоһүрәт ингән. Күҙ ауырыуҙарына аң­латма рус һәм инглиз телдәрендә бирелгән. Һәр күҙ табибының өҫтәлендә ятырға тейешле әсбап ул, сөнки күҙ ауырыуҙарына дөрөҫ диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Бындай белешмә хатта Рәсәйҙә лә юҡ, шуға күрә уның ҡиммәтен һәм баһаһын аңлауы ҡыйын түгел. Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә, йәштәргә бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Эшләгән эш бер ҡасан да юғалмай. Быны әлеге хеҙмәтем һәм уның оло баһаға лайыҡ булыуынан сығып әйтәм, – ти ул, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Фән өлкәһендә республикабыҙҙың иң юғары премияһына М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий ҙа лайыҡ булды.
Читайте нас: