Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2011, 17:56

Тейешле урында ғына туҡта!

Өфөлә 300 мең водитель иҫәпләнә. Әммә, баш ҡалала туҡтау урындары етешмәү сәбәпле, улар «тимер ат»тарын ҡайҙа етте, шунда: юл ситенә, туҡталыштар янына, тротуарға ҡуйыр­ға мәжбүр. Шундай тәртип боҙоусыларға иҫкәрмәләр яһау өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы «Парком» тигән прибор һатып алған. Яңы ҡорамалдың хаҡы − 250 мең һум. Ул автоинспекторҙың машинаһына ҡуйыла һәм туҡтарға ярамаған урында тороусы машиналарҙың номерҙарын теркәп бара. Һуңынан ҡағиҙә боҙоусыларға почта аша штраф протоколдары ебәрелә.

Өфөлә 300 мең водитель иҫәпләнә. Әммә, баш ҡалала туҡтау урындары етешмәү сәбәпле, улар «тимер ат»тарын ҡайҙа етте, шунда: юл ситенә, туҡталыштар янына, тротуарға ҡуйыр­ға мәжбүр.
Шундай тәртип боҙоусыларға иҫкәрмәләр яһау өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы «Парком» тигән прибор һатып алған. Яңы ҡорамалдың хаҡы − 250 мең һум. Ул автоинспекторҙың машинаһына ҡуйыла һәм туҡтарға ярамаған урында тороусы машиналарҙың номерҙарын теркәп бара. Һуңынан ҡағиҙә боҙоусыларға почта аша штраф протоколдары ебәрелә.
БР ЮХХДИ-һы етәксеһе Динар Ғилмет­диновтың әйтеүенсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсатында баш ҡала юлдарына тағы ла 40 юл камераһы ҡуйыласаҡ, киләһе йылда йәйәүлеләр өсөн өс ер аҫты юлы төҙөләсәк.
Читайте нас: