Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2011, 17:55

Күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителәсәк

26 ноябрҙә Президент Рөс­тәм Хәмитов Өфө ҡала­һында Әсә көнөнә арналған тантанала ҡатнашты. – Дәүләт әсәйҙәргә ярҙам мәсьәләһен беренсе планға ҡуя, – тине ул, байрам сара­һында ҡатнашыусыларға мө­рәжәғәт итеп. − Беҙ әле был эште башлап ҡына торабыҙ, тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ. Республика етәксеһе булараҡ, мин әсәйҙәрҙең тормошон еңеләйтеү, күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, ер бүлеү мәсьәләләре тураһында туҡтауһыҙ уйланам.

26 ноябрҙә Президент Рөс­тәм Хәмитов Өфө ҡала­һында Әсә көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.
– Дәүләт әсәйҙәргә ярҙам мәсьәләһен беренсе планға ҡуя, – тине ул, байрам сара­һында ҡатнашыусыларға мө­рәжәғәт итеп. − Беҙ әле был эште башлап ҡына торабыҙ, тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ. Республика етәксеһе булараҡ, мин әсәйҙәрҙең тормошон еңеләйтеү, күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, ер бүлеү мәсьәләләре тураһында туҡтауһыҙ уйланам. Сөнки әсәйҙәрһеҙ, ғаилә­ләр­һеҙ илебеҙҙә бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ. Власть кешеләргә таянып ҡына эш итергә тейеш.
Президент күптән түгел ҡул ҡуйылған «Башҡор­тостан Рес­пуб­ликаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»­ғы законға үҙ­гә­рештәр индереү тура­һында»ғы законға ҡағылып, был документтың өс һәм унан да күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер биреүҙе күҙаллауын иҫкә төшөрҙө. Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә ошондай уҡ хоҡуҡҡа эйә.
– Өфө ҡалаһы хакимиәте менән килешеү төҙөлгән, һеҙҙең торлаҡ мәсьәләһе мотлаҡ хәл ителәсәк, – тип ышандырҙы ул күп балалы әсәйҙәрҙе. Бынан тыш, бер ғаиләгә мөрәжәғәт итеп, тиҙҙән уларға микроавтобус биреләсәген белдерҙе.
Читайте нас: