Башҡортостандың тәжрибәле журналистары берләшеп, ветерандар клубын булдырырға ҡарар итте. ҡасандыр республика киң мәғлүмәт сараларында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 50-нән ашыу журналист йәштәр менән үҙҙәренең эш тәжрибәһе, оҫталығы менән уртаҡлашырға теләк белдерҙе. Атап әйткәндә, журналистика бүлегендә уҡып йөрөгән студенттар менән осрашыуҙар ойошторорға, тәжрибәле практиктар булараҡ, яңы эш башлаған йәш белгестәрҙе ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, һүрәтләмәләр яҙырға, интервью алырға, репортаж эшләргә – ҡыҫҡаһы, журналист оҫталығы серҙәренә өйрәтергә һәм шул рәүешле журналистиканы үҫтерергә үҙ өлөштәрен индерергә улар бөгөндән әҙер.
Архангел районында Максим Горький ауылы мәктәбе уҡыусылары өсөн «Мартыни» латыш милли байрамы үтте. Уны «Максим Горький» тарихи-милли үҙәге һәм латыш теле уҡытыусыһы Илона Савераса ойошторҙо. Байрамда «Атбалсс» һәм «Бититес» фольклор ансамблдәре уҡыусылар менән бергә күңелле латыш бейеүҙәрен башҡарҙы, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо.
Башҡортостанда һуңғы ун ай эсендә дөйөм майҙаны 1,4 млн квадрат метр булған 15,8 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 103,2 процент тәшкил итә. Шәхси төҙөүселәр тарафынан 10,4 мең йорт төҙөлгән.
24 ноябрҙә Өфө ҡалаһында «Башҡорт милли кейеме – быуаттар мираҫы» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Билдәле булыуынса, ул ете номинация – «Этнографик костюм», «Заманса костюм», «Милли туй костюмы», «Ир-егеттәрҙең баш кейеме», «Сәхнә костюмы», «Милли кейемдәге ҡурсаҡ», «Эскиздар конкурсы» буйынса үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Милли кейемдәге ҡурсаҡ» номинацияһына барлығы 27 эш тәҡдим ителгән.
Баш ҡалабыҙҙа балалар һәм йәштәр хәрәкәте форумы үҙ эшен башланы. Унда 200-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Улар «Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш системаһында йәштәр сәйәсәте» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашасаҡ, ораторлыҡ сәнғәте, һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барыу, интернет-киңлектә ойошманы күрһәтеү кеүегерәк темалар буйынса уҡыуҙар үтәсәк.
7 декабрҙә Өфө ҡалаһында «Сервис инновациялары һәм перспективаһы» тип аталған VIII халыҡ-ара ғилми-техник конференция асыла. Ул Башҡортостанда халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү идаралығы төҙөлөүгә 50 йыл тулыуға һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының юбилейына арнала. Конференция барышында төрлө тематикалар буйынса, шул иҫәптән халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе кимәленә арналған «түңәрәк өҫтәл»дәр ойоштороу күҙаллана.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.