Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2011, 18:34

Ил башлығы Өфөлә булды

19 ноябрҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортос­танға икенсе тапҡыр эш сәфәре менән килде. Ул Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында заманса операциялар эшләү менән ҡыҙыҡһынды, бөйөр трансплантацияһы операцияһын кисергән ауырыуҙар менән аралашты. Дауахана хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында уның:

Ил башлығы Өфөлә булды
Ил башлығы Өфөлә булды

Ил башлығы хажға барырға теләүселәргә ярҙам күрһәтеү кәрәклегенә лә туҡталып үтте. Уныңса, ул үҙе һәм Рәсәй Хөкүмәте беҙҙең ил өсөн Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыуға квотаны арттырыу буйынса һөйләшеп килешергә әҙер.
Волга буйы федераль округы төбәктәренең киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашыуында Дмитрий Медведев федераль үҙәк һәм төбәктәр араһында вәкәләттәрҙе бүлеү системаһына айырым туҡталды: вице-премьерҙар Козак менән Хлопонинға вәкәләттәрҙе бүлеү, һөҙөмтәлә төбәктәрҙә лә, муниципалитеттарҙа ла аҡса етерлек булһын өсөн аҡсаны ла ҡайтанан бүлеү буйынса ике эш төркөмөн булдырырға ҡушҡан. Ул, төбәктәр һәм муниципалитетттар трансферттар һәм дотация иҫәбенә генә түгел, ә үҙҙәренең килем сығанаҡтары иҫәбенә лә йәшәргә тейеш, тип билдәләне. Эшсе төркөмдәр ошо көндәрҙә һуңғы яуабын бирергә тейеш. Һөҙөмтәлә тәҡдимдәр буйынса закондарға үҙгәреш индереләсәк.
Медведевтың һүҙҙәренсә, Башҡортостанда һәр яҡлап та уңышлы үҫеш күҙәтелә. Был турала ул республика етәкселеге биргән мәғлүмәттәр буйынса ғына түгел, ә был көндө үҙе барып күргән объекттарҙың хәл-торошо буйынса белә. Бигерәк тә Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы миҫалы шундай һығымта яһау мөмкинлеген биргән.
Матбуғат саралары тураһында һүҙ ҡуҙғатып, Дмитрий Анатольевич баҫмаларҙың күбеһен, бигерәк тә уларҙың электрон варианттары барлыҡҡа килгәс, йышыраҡ уҡыуын, киләсәк интернетҡа бәйле булыуын, әммә баҫма варианттарҙың да йәшәйәсәген билдәләне.
Журналистарҙың федераль әһәмиәттәге мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлауға үҙәктән аҡса бүленмәүе, шунлыҡтан уларҙы төбәк ҡарамағына ҡайтарыу мәсьәләһенә ҡарата һорауына Президенттың яуабы ыңғай булды.
Милләт-ара татыулыҡ мәсьә­ләһенә ил башлығы айырым туҡталып, этник төркөмдәр етәкселәренең милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә властарға ярҙам күрһәтергә тейешлегенә баҫым яһаны. Ситтән килеүселәрҙең урындағы мөхиткә яраҡлашыуын еңеләйтеү мөмкинлеген булдырырға, шул уҡ ваҡытта сит ил граждандарының да был төбәктең яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундары менән иҫәпләшергә, милли мәсьәләләр ерлегендә ыҙғыш-талаштарға юл ҡуйылмаҫҡа тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Медведев һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә кеше ғүмере оҙайлығы һуңғы йылдарҙа артҡан (ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 67 йәштән 74 йәшкә, ир-егеттәр­ҙең – 59-ҙан 65-кә тиклем). Был – «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһе. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау буйынса атҡарылған программалар арҡаһында илебеҙҙә тыуым арта бара. Әле өсөнсө бала тыуыуҙы дәртләндереү мәсьәләһе тормош­ҡа ашырыла башлаған – төбәктәрҙә бушлай ер участкаһы биреү законын ғәмәлгә индереүҙе тиҙләтеү мәсьәләһе килеп баҫа.
Сығыш яһаусы төбәктәрҙә эшләп килгән федераль структураларҙың эшмәкәрлегенә ла баһа биреп, улар­ҙың киләсәге тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтте.
Осрашыуҙа РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Г. Рапота ла ҡатнашты.
Сәфәре аҙағында Дмитрий Медведев республика башлығы Р. Хәмитов менән осрашып, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһының хәл-торошо тура­һындағы мәсьәләләрҙе күтәрҙе, шулай уҡ заманса медицина йыһаздары һәм ҡорамалдары менән тәьмин ителгән, өр-яңы технологиялар буйынса эшләгән Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы, медицина өлкәһен модернизациялау эшенең уңышлы башҡарылыуын билдәләне.
Читайте нас: