Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү буйынса саралар тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ республика биләмәһендә уңайлы эшҡыуарлыҡ мөхите булдырыу сиктәрендә уйланған һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырғанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының мәнфәғәтен иҫәпкә ала.
Указға ярашлы, эшҡыуарҙарҙың ижтимағи ойошмаларының, киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлектәрен файҙаланыу, шулай уҡ дәүләт функцияларын башҡарыуҙың административ регламенттарын камиллаштырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса саралар күреү күҙаллана.
С. НИЯЗОВА.