Лондонды томан баҫты
Бөйөк Британияны томан былай ҙа «ярата» инде ул, ә был юлы шул арҡала Лондон аэропорттары 170-тән ашыу рейсты кисектерергә мәжбүр булған.
Томан айырыуса йәкшәмбелә көсәйгән. Фаразлауҙарынса, ул бөгөн генә тарала башлаясаҡ икән. Лондондың Хитроу аэропорты донъяла иң ҙурҙарҙан һанала, көнөнә 1,3 мең самаһы рейс ҡабул итергә мөмкин. Әлеге хәйерһеҙ тәбиғәт күренеше меңәрләгән пассажирҙың эш-ниәтенә аяҡ салған. Шулай ҙа ҡайһы бер аэропорттар, томан аша булһа ла, самолеттарын ебәреүҙе туҡтатмаған, әммә пассажирҙар көндөң аяҙайыуын көтөүҙе хуп күрә.
Бушлай балыҡ тотоу яҡлыбыҙ!
Мәскәү үҙәгендә 500-ләгән кеше, Рәсәй балыҡсылыҡ хеҙмәте башлығының отставкаһын талап итеп, акция ойошторҙо.
Халыҡ балыҡ тотоуҙы түләүле итеү менән килешмәүен белдерә. Рәсәйҙең һәүәҫкәр балыҡсылары «Балыҡсылыҡ тураһында»ғы Федераль законға индереләсәк үҙгәрештәр менән риза түгел. Плакаттарҙан күренеүенсә, демонстранттар, тирә-яҡ мөхитте, йылға-күлдәрҙе бысратыуға юл ҡуймайыҡ, тип тә оран һала.
Бер нисә көн элек кенә ошондай митингылар Санкт-Петербургта, ҡаҙанда, Томскиҙа һ.б. ҡалаларҙа уҙған.
Ялған һумдар – Төркиәлә?!
Төркиәлә Рәсәй һумдары баҫыусы банданы ҡулға алғандар.
Ике тиҫтәгә яҡын ялған банкнота «етештереүсе»нән 30 миллион һум самаһы тартып алынған. Енәйәтселәр ваҡ аҡса менән мауыҡмаған, әлбиттә, улар бары тик 5000 һумлыҡ купюра «эшләгән». Шуныһы аптырата: бындай «эшҡыуарлыҡ» башында Истанбулдың ике полиция хеҙмәткәре торған, имеш.
Ялған аҡса сығарыусылар октябрь аҙағында ғына Мәскәүҙә лә тотолған булған. Улар мең һумлыҡ банкнота баҫыу менән шөғөлләнгән. Оперативниктар килгәндә енәйәтселәр 148 мең һумды әйләнешкә ебәрергә әҙерләнгән. «Тауар» бик сифатлы эшләнгән, уларҙы хатта ысын аҡсанан айырыуы ла ауыр, тип белдерә хоҡуҡ һаҡлаусылар.
Нью-Йорк теракттан саҡ ҡотолған
ҡала полицияһы миллионлаған халыҡты террор ҡорбаны булыуҙан йолоп алып ҡалған.
27 йәшлек Хосе Пиментел атлы АҡШ гражданы полиция участкаһына йә берәй дәүләт учреждениеһына шартлатҡыс һалырға ниәтләгән. Усама Хөсәйен ҡушаматы аҫтында ул үҙе генә эшләгән, полициянан бер йыл буйы ҡасып йөрөүгә өлгәшкән. Әммә яуыз уйын бойомға ашырыр алдынан ғына тотолған. Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ул ҡулға алынғанда бомбаһы тулыһынса тиерлек әҙер булған.
Әйткәндәй, «игеҙәк» башнялар шартлатылғаны бирле Нью-Йоркта теракт хәүефе артҡандан-арта.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.