Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2011, 18:27

Ауылға ҡайт та 1,1 млн һум аҡса ал!

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң биш йыл ауылда эшләргә ҡарар иткән медицина вуздарын тамамлаусылар 2012 йылдан «аяҡҡа баҫыу өсөн» республика бюджетынан 100-әр мең һум аҡса аласаҡ. Был – «Земство табибы» проекты (был проект өҫтәп финанслау шарттарында ҡатнашырға әҙер төбәктәргә генә федераль средстволар бүлеүҙе күҙ уңында тота) сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға бирелергә тейешле 1 млн һумдан тыш күрһәтеләсәк ярҙам.

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң биш йыл ауылда эшләргә ҡарар иткән медицина вуздарын тамамлаусылар 2012 йылдан «аяҡҡа баҫыу өсөн» республика бюджетынан 100-әр мең һум аҡса аласаҡ.
Был – «Земство табибы» проекты (был проект өҫтәп финанслау шарттарында ҡатнашырға әҙер төбәктәргә генә федераль средстволар бүлеүҙе күҙ уңында тота) сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға бирелергә тейешле 1 млн һумдан тыш күрһәтеләсәк ярҙам.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, нормативтар буйынса ауылда төрлө белгеслектәге 3600 табип эшләргә тейеш. Бөгөн төпкөл ауылдарҙа 1280 кеше етмәй. Йыл һайын ауылға 300 самаһы йәш табип ебәреү планлаштырыла.
Федераль бюджеттан әлеге проектты бойомға ашырыуға 11 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Республикала ауылға ҡайтырға теләгән өлкән курстарҙа уҡыусы студенттар һәм интерндарҙың исемлеге төҙөлә башлаған да инде.
Читайте нас: