Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына сәфәрендә цинкланған металл конструкциялар етештереүсе «Салауатметалл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә технологик процестар, «Битум» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә етештерелгән продукцияны һатыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
Ул әле реконструкция эштәре алып барылған «Нефтехимик» спорт һарайында төҙөлөш эштәре менән танышты.
Республика етәксеһе 99 койка-урынға иҫәпләнгән ҡала балалар дауаханаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе. Капиталь ремонт сиктәрендә дауалау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу – яңы ҡорамалдар һатып алыу, стационар менән поликлиниканы заман талаптарына ярашлы хәлгә килтереү, шулай уҡ диагностикалау бүлеге менән етлекмәй тыуған балалар өсөн бүлек асыу планлаштырыла.
Рөстәм Хәмитов, объекттың хәл-торошо менән танышҡандан һуң, уны сафҡа индереүҙең теүәл датаһын әйтеүҙе талап итте. Төҙөүселәр реконструкцияның беренсе этабындағы эштәрҙе 2012 йылдың 15 ғинуарына тамамларға вәғәҙә бирҙе.
Артабан Рөстәм Хәмитов әле буш торған, 500 урынға иҫәпләнгән балалар интернатында булды һәм БР Мәғариф министрлығы менән Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ундағы хәлде асыҡларға ҡушты.