Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2011, 15:34

Һөйөнсө: пособие артасаҡ!

[/b][b]Тәрбиәгә бала алыусыларға аҡса 420 һумға күберәк түләнәсәкТиҙҙән ай һайын түләнә торған пособие 5 500 һум тәшкил итәсәк. Бөгөн уның күләме – 5080 һум. Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтай депутаттары Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты ултырышында шундай закон проектын ҡараны.

Тәрбиәгә бала алыусыларға аҡса 420 һумға күберәк түләнәсәк
Тиҙҙән ай һайын түләнә торған пособие 5 500 һум тәшкил итәсәк. Бөгөн уның күләме – 5080 һум. Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтай депутаттары Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты ултырышында шундай закон проектын ҡараны.
Республика хөкүмәте тәрбиәгә бала алыусыларға пособие күләмен арттырыу тураһында тәҡдим индергән. “Тәрбиәгә бала алыусы ата-әсәләргә һәм ғаиләләргә тәғәйенләнгән социаль ярҙам” һәм “Башҡортостан Республи­каһында патронат тәрбиә тураһында” республика закондарына үҙгәрештәр индереләсәк.
Закон проектында, пособиелар 2011 йылдың 1 ғинуарынан арттырыла, тиелә. Тимәк, ул ҡабул ителгәс, патронат ғаиләләргә һәм тәрбиәгә бала алған ата-әсәләргә яңынан иҫәпләүҙәр үткәреләсәк һәм 2011 йыл өсөн тейешле сумма ҡайтарыласаҡ.
Яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙарҙы үҙ ҡарамағына алып, бәләкәстәргә ғаилә йылыһы, ата-әсә мөхәббәтен бүләк итеүсе оло йөрәкле кешеләргә дәүләт хәленән килгәнсә ярҙам итә. Улар, үҙ сиратында һынатмай, илебеҙгә файҙа килтерерҙәй граждандар үҫтерер, тип ышанғы килә.

Г. АЙҘАРОВА.
Читайте нас: