Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2011, 15:41

Президент ветерандар менән осрашты

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың ветерандар активы менән осрашты. – Һеҙҙең эшләгән эштәрегеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ, һеҙҙең тәжрибәгеҙ – беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине ул, ветерандарға республиканың иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдереп.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың ветерандар активы менән осрашты.
– Һеҙҙең эшләгән эштәрегеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ, һеҙҙең тәжрибәгеҙ – беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине ул, ветерандарға республиканың иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдереп. − Беҙҙең иҡтисади ҡеүәт һеҙҙең көсөгөҙ, аҡылығыҙ, тырышлығығыҙ, оҫталығығыҙ менән булдырылған. Әле лә республикалағы хәл-ваҡиғаларға битараф ҡала алмайһығыҙ, ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә, эшләргә тырышаһығыҙ. Һеҙҙең аҡыллы кәңәштәрегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим.
Рөстәм Зәки улы ветерандарҙы республиканың социаль-иҡтисади торошо менән таныштырҙы. 2011 йылды республиканың ауыл хужалығы, сәнәғәт тармағы, торлаҡ төҙөлөшө буйынса ла лайыҡлы тамамлауын билдәләне. Ветерандар менән көнүҙәк проб­лемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ла фекер алышты.
Читайте нас в