Ер тетрәү төрмәләгеләр өсөн уңайлы булған
Үткән ял көнөндә Төркиәнең Ван провинцияһында ер тетрәгән.
Һәләк булыусылар һаны 200-ҙән ашҡан, ә меңдән дә ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерелгән. Эрджиш ҡалаһында 80-ләп бина емерелгән.
Был ваҡиғанан алдараҡ Босфор университетының сейсмология обсерваторияһы башлығы, ҡорбандар һаны меңгә етәсәк, тип күҙаллаған булған. Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында ла шул уҡ көндә тағы ер тетрәгән.
Шуныһы ғәжәп: тәбиғәт һәләкәте һөҙөмтәһендә яртылаш емерелгән Ван төрмәһенән 150 самаһы енәйәтсе ҡасҡан, әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң 50-һе кире әйләнеп килгән.
Әйткәндәй, 1976 йылда Ван провинцияһы ер тетрәүҙән ҡаза күргән булған, ул сағында өс меңдән ашыу кеше үлгән. 1999 йылда иһә ошондай һәләкәт 20 меңгә яҡын кешенең ғүмерен өҙгән.
«Етте Кавказды ашатыу!»
Мәскәүҙең ҡап уртаһында ошо исемдәге акция үткән.
Унда 300 − 350-ләп кеше ҡатнашҡан. Ойоштороусыларҙың һуңлап килеүен иҫәпкә алмағанда, әллә ни ғауға ла ҡупмаған.
Милләтселәрҙең лидерҙары Владимир Тор менән Александр Белов, рус төбәктәренең «ауыҙынан өҙөп», Кавказға бынан ары аҡса йүнәлтмәүҙе талап итеп сығыш яһаған. Акциялағыларҙың фекеренсә, Кавказ республикаларын йә айырырға кәрәк, йә улар башҡа төбәктәрҙе ашатһын.
Тыуған көнөң менән, Джулия!
Францияла ошо көндәрҙә күптәрҙең телендә − бәләкәс Джулия.
Кем һуң ул? Илдең беренсе ледийы − Карла Бруни иренә, йәғни Франция Президенты Николя Саркозиға ҡыҙ табып бирҙе, уға ошо исемде ҡушҡандар ҙа инде.
Сабый Карланың тәүге балаһы булһа, Саркозиҙың − дүртенсеһе. Хәҙер ғаиләгә теге илдән дә, быныһынан да бүләктәр ағыла ғына. Тәүгеләрҙән булып Германия канцлеры Ангела Меркель уйынсыҡ айыу балаһы килтерһә, Бөйөк Британия Премьеры Дэвид Кэмерон алһыу юрған бүләк иткән. Рәсәй ҙә ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Бөгөн Саркози ғаиләһендә иң мөһим бурыс − сабыйҙы папарацци күҙенән һаҡлау.
Мадоннаның ағаһы – асарбаҡ
Донъяла билдәле йырсы Мадонна бер туған ағаһының яҙмышына бөтөнләй битараф, имеш.
55 йәшлек Энтони Чикконе быға тиклем «Мадонна» маркалы эсемлек етештереүсе ғаилә шарап предприятиеһында эшләгән. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында эшһеҙ ҡалған да, хәҙер йорт-ерһеҙ, аҡсаһыҙ интегә икән. Ир күпер аҫтында төн үткәрә, шешә йыя, һоранып йыйған хәйер аҡсаһына йәшәй. Ғаиләһенән берәү ҙә ярҙам итмәй, сиркәү әһелдәре генә уның тураһында бер аҙ хәстәрлек күрә.
Етеш йәшәгән ир ҡапыл ниңә ошо көнгә төшкән? Һеңлеһе ниңә битараф? Энтони был һорауҙарға яуап бирә алмай. Бары тик: «Ул − миллионерша, ә мин − асарбаҡ», − тип ҡабатлай.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.