Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2011, 16:18

Уртаға һалып һөйләшәйек

4 декабрҙә үтәсәк РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек буйынса партиялар алып барған эштең ҡыҙған мәле. Билдәле булыуынса, сәйәси сарала Башҡортостандан ете партия ҡатнаша.

4 декабрҙә үтәсәк РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек буйынса партиялар алып барған эштең ҡыҙған мәле. Билдәле булыуынса, сәйәси сарала Башҡортостандан ете партия ҡатнаша.
Фирҡә ағзалары кандидаттарына ниндәй өмөттәр бағлай? Һайлауға әҙерлектә ҡатмарлыҡтар юҡмы? Ил буйынса әһәмиәтле ваҡиғаға һайлаусыларҙы йәлеп итеү өсөн ниҙәр башҡарыла? Гәзитебеҙ редакцияһында үтәсәк «Һайлауға беҙ әҙерме?» тигән «түңәрәк өҫтәл»дә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләйәсәкбеҙ. Һөйләшеүгә үрҙә телгә алынған партияларҙың башҡорт телен яҡшы белгән ағзаларын саҡырабыҙ.
Сара 20 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә «Йәшлек» редакцияһында үтә. Адресыбыҙ: Матбуғат йорто, 8-се ҡат, 801-се бүлмә.
Читайте нас: