«Умартасылыҡ тураһында» республика Законына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер ауыл хужалығы ерҙәре хужалары химик препараттар менән эш иткәндә, умартасыларға был хаҡта хәбәр итергә тейеш. Фермерҙар биш көн алда яҙма йәиһә урындағы гәзит аша эшкәртелгән ерҙән ете саҡрымға тиклемге радиуста булған умарта тотоусыларға ҡулланыласаҡ препараттың составы, уның ағыулы булыуы хаҡында белдерергә бурыслы.
Бынан тыш, дәүләт һәм урындағы муниципаль власть вәкилдәренә лә яңы бурыс йөкмәтелде. Улар даими рәүештә умартасыларҙы киң мәғлүмәт саралары аша тирә-яҡ мөхит торошо, бал ҡорттарына янаған хәүеф хаҡында алдан киҫәтергә тейеш.
Хәҙер умартаның ветеринар-санитар паспорты булдырылды. Умартасыларға дәүләт ветеринария инспекторының рөхсәте менән был документ тапшырыласаҡ. Тик шул саҡта ғына бал ҡорттарын һәм бал продукцияһын һатыу рөхсәт ителәсәк.
Умарталарҙы күсереп, икенсе ергә ултыртҡандан һуң, урындағы ветеринария инспекторына паспортты күрһәтеп, теркәлеү мотлаҡ. Уларҙы бал ҡорттарының осҡан юлына ултыртыу тыйыла. Күсмә умарталарҙың араһы – 1,5 саҡрым, ә стационар һәм күсмәләрҙең араһында 3 саҡрым дистанция булырға тейеш.
Г. БИКМӘТОВА.