Мысыр тынмай
Мысырҙа йәнә ҡан ҡойош башланды.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, урындағы христиандарҙың хәрби полиция менән бәрелеше арҡаһында 200 тирәһе кеше зыян күргән, уларҙың 23-ө үлтерелгән. Һәләк булыусылар араһында хәрбиҙәр күп. Христиандар урындағы төп телеүҙәкте баҫып алып, Асуан губернаторының власты ташлап китеүен талап итергә тырышҡан. Мосолмандар һәм христиандар араһындағы ығы-зығы бер ауылдан башланып киткән − ундағы мосолмандар сиркәүҙе яндырған.
Әле ҡаһирәлә «комендант сәғәте» индерелгән. Тахрир майҙанында, телеүҙәк эргәһендә төндә йөрөү тыйыла. Әле һаман да төрлө урындарҙа ике дин вәкилдәре үҙ-ара ыҙғышыуын дауам итә. Урындағы хәрбиҙәр ваҡиғаларҙы контролдә тоторға тырышһа ла, үҙ хоҡуҡтарын даулап күтәрелгән христиандарҙы тыйыуы ауырға төшә.
Тайфун-дауылдар ҡотора
Филиппин территорияһында ике ҡеүәтле тайфун теркәлде.
Был тәбиғәт «бүләге» арҡаһында 101 кеше һәләк булған. Баҫыуҙарҙың күбеһен һыу баҫҡан, ауыл хужалығы культуралары сәселгән әллә күпме майҙан зыян күргән. Әлегә матди зыянды 275 миллион доллар күләмендә баһалайҙар.
Ил территорияһына июнь – декабрь айҙарында егермеләгән тайфун һәм дауыл ябырыла. Йыл һайын унда кешеләр һәләк була, баҫыуҙарҙы һыу йыуа. Мәҫәлән, 1991 йылғы тайфун арҡаһында 6 меңдән ашыу кеше яҡты донъя менән хушлашҡайны.
Азатлыҡты юғалтыуҙары бар
Муйындан бурысҡа батҡан һәм бөгөн иҡтисади яҡтан ауыр хәлдә ҡалған Грецияға үҙ суверенитетынан баш тартырға тәҡдим итәләр.
Әгәр ил властары был тәҡдимде ҡабул итмәй икән, евро зонаһын ҡалдырырға мәжбүр буласаҡ. Һәр хәлдә, Грецияға гел ярҙам итеп торған Германияның банкрот хәленә етеп барған был илде артабан да алға «һөйрәргә» теләге юҡ.
Әле Греция яғы үҙаллылығынан баш тартырға йыйынамы-юҡмы икәнлеген аныҡ ҡына билдәләмәй. Әммә был илдең кәмәһе, ысынлап та, «ҡомға терәлгән» – дефолт янай.
ҡарттар йәл
Тихон ҡасабаһында ҡарттар интернаты янып бөткән.
Унда оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йәшәгән булған. 13 кеше өсөн ваҡытлыса йәшәп тороу урыны булған йорт бер ҡатлы ағас бинанан ғибәрәт. Янғын бөтә кеше лә йоҡлаған ваҡытта ҡапыл ғына тоҡанған һәм дүрт кешенең ғүмерен өҙгән.
Әйткәндәй, янғын һүндереү машиналары ҡарттар йортона оҙаҡ ҡына килмәгән. Быға урындағы юлдарҙың насар булыуы ғәйепле. Туғыҙ кешене ҡасаба халҡы ҡотҡарып алып ҡалған. Интернаттағы ҡарттар һәм инвалидтарҙың күпселеге бөтөнләй йөрөй ҙә алмаған булған.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.