Байрам алдынан баш ҡаланың 20 майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.
Йәрминкәлә республиканың 40 районының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Улар баш ҡала халҡына ит, һөт, картуф, йәшелсә-емеш, бал, он, ярма, кондитер изделиелары һәм башҡа аҙыҡ-түлек тауарҙары тәҡдим итәсәк.
Йәрминкәләр ике көн дауамында Өфө ҡалаһының һәр районында үтәсәк.