Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2011, 15:10

Бюджет аҡсаһын – әһәмиәтле проекттарға

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын бойом­ға ашырыу сиктәрендә муниципаль проекттарҙың йәмәғәт экспертизаһы конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын бойом­ға ашырыу сиктәрендә муниципаль проекттарҙың йәмәғәт экспертизаһы конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.
Бәйгегә республиканың 62 район-ҡала хакимиәте 100-ҙән ашыу инвестиция проекты тәҡдим иткәйне. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, донъя практикаһында тәүге тапҡыр бюджет халыҡтың фекерен иҫәпкә алып формалаштырыла. Бынан тыш, улар­ға сығымдарҙың нисек тотонол­ғанын «Халыҡ контроле» программаһында күҙәтеү мөмкинлеге буласаҡ.
«Халыҡ бюджеты» проекты етәксеһе Рафаэль Зиннуров һүҙҙәренсә, халыҡ проектты ыңғай баһалаған һәм төрлө тармаҡ белгестәре, ниндәй йүнәлештә сығымдар бүлергә кәрәклеген билдәләп, үҙҙәренең аныҡ фекерен БР Финанс министрлығына еткергән. Муниципаль проекттарҙың йәмәғәт экспертизаһы жюрийы конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттарҙың финанс яҡтан аныҡ нигеҙләнешенә ҡарап, халыҡ өсөн үтә лә әһәмиәтле, кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән проект­тар­ға өҫтөнлөк биргән.
Конкурсант − еңеүселәр араһында спорт майҙансыҡтары, социаль-мәҙәни объекттар, юлдар төҙөү, һыу үткәреү селтәрен, туризмды үҫтереү буйынса проекттар бар. Бөрө районында Башҡортостан «Артегы» халыҡ-ара белем биреү лагерын төҙөүгә аҡса бүленһә, Ғафури райо­нының Табын махсус интернат-мәктәбе – төҙөлөштө тамамлауға, Өфө районының Чесноковка ҡасабаһы балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә башланғыс капитал алды. «Халыҡ бюджеты» проектына ярашлы Әбйәлил районының Асҡар ауылында ябыҡ һырғалаҡ, Мәсетле районында спорт комплексы, Өфө ҡалаһында балалар өсөн 34 уйын майҙансығы төҙөләсәк. Ишембайҙың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең саңғы-биатлон комплексын, Күмертау ҡалаһының, ҡалтасының саңғы-роллер трассаларын реконструкциялау эштәре көтә.
Жюри хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса инфраструктура проекттарына айырыуса өҫтөнлөк биргән. Шишмә ҡасабаһының биш урамында, Балтас районының Наджар ауылында, Ауырғазы, Бәләбәй райондарында яңы һыу үткәргестәр төҙөләсәк һәм яңыртыласаҡ. Иглин ра­йонының снарядтар шартлауҙан зыян күргән Урман ҡасабаһында проектланған фельдшер-акушерлыҡ пунктын, китапхананы, ауыл хакимиәтен, клубты берләштергән социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшөнә лә 15 млн һум аҡса бүленде.
2012 йылда конкурс еңеүселәренә республика бюджетынан 207 млн аҡса йүнәлтеләсәк.
Читайте нас: