Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2011, 15:08

Анатолий Балтинский – БР хәрби комиссары

Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы Владимир Чиркиндың бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары итеп Анатолий Балтинский тәғәйенләнде. Ул был вазифаға 2011 йылдың майында Башҡортостан етәкселеге тарафынан тәҡдим ителгән.Балтинский Анатолий Евгеньевич 1956 йылдың 18 майында Өфөлә тыуған.

Анатолий Балтинский – БР хәрби комиссары
Анатолий Балтинский – БР хәрби комиссары

Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы Владимир Чиркиндың бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары итеп Анатолий Балтинский тәғәйенләнде. Ул был вазифаға 2011 йылдың майында Башҡортостан етәкселеге тарафынан тәҡдим ителгән.
Балтинский Анатолий Евгеньевич 1956 йылдың 18 майында Өфөлә тыуған.
1992 − 2007 йылдарҙа БР хәрби комиссариаттарында − Белорет ҡалаһының хәрби комиссариат бүлеге начальнигы, 2001 − 2007 йылдарҙа БР хәрби комиссары урынбаҫары вазифаларында хеҙмәт иткән.
2004 йылда РФ субъекттарының хәрби комиссары вазифаһына аттестация үткән.
2005 йылда Королев ҡалаһында уҡытыу-методик йыйын йомғаҡтары буйынса РФ субъекттарының хәрби комиссариаттарының беренсе бүлектәре начальниктары араһында беренсе урынды яулаған.
Читайте нас: