Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2011, 16:07

Ҡыҫҡаса тарихи күҙәтеү

ТелеБашҡортостанға рустар Рәсәйҙең төрлө төбәгенән күсеп ултырыу арҡаһында уларҙың һөйләш телендә диалект айырымлыҡтары һаҡланып ҡалған, әммә мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары йоғонтоһонда рус әҙәби теле лә киң таралған.

Ҡыҫҡаса тарихи күҙәтеү
Ҡыҫҡаса тарихи күҙәтеү
Теле

Башҡортостанға рустар Рәсәйҙең төрлө төбәгенән күсеп ултырыу арҡаһында уларҙың һөйләш телендә диалект айырымлыҡтары һаҡланып ҡалған, әммә мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары йоғонтоһонда рус әҙәби теле лә киң таралған.

Кәсеп-шөғөлө


Улар үҙҙәре нимә үҫтергән, шуның менән туҡланған. Бойҙай, арыш, арпа, ҡарабойҙай, тары, һоло, борсаҡ ризыҡтары, йәшелсә, һөт, ит аштары, йомортҡа өҫтәлдә­ренән өҙөлмә­гән. Бәш­мәк, емеш-еләк йый­ғандар. Шуныһы ҡыҙыҡ: XIX быуат аҙағына ауылдарға ҡала йоғонтоһо көсәйгәс, рустар сәй эсеүгә ылыҡҡан. Башҡорттарҙың һәм рустар­ҙың үҙ-ара бер-береһенә йоғонтоһо көсәйеү арҡаһында ике халыҡтың да аш-һыуы күпкә төрләнгән.

Фольклоры

Халыҡ араһында боронғо лирик йырҙар, туй, хоровод, йола йырҙары, бейеү көйҙәре киң таралған. Таҡмаҡтар һәр ерҙә яңғырап торған.
Рустарҙа әкиәт жанры сәскә атҡан. Улар, башлыса, фантастик, сатирик темаға, хайуандар, мәскәй әбейҙәр тураһында булған. Легенда һәм риүәйәттәр айырым урын алып торған. Йыр-баллада традицияһы киң таралған. Казактар һәм фабрика-завод фольклоры бик үҙенсәлекле. Был бигерәк тә йыр репертуарында асыҡ сағыла.
Читайте нас: