Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2011, 16:06

Башҡортостанға рустарҙың килеү тарихы

Ауыл ерендә йәшәгән рустар күберәк Өфө, Иглин, ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Благовещен, Бөрө райондарына тура килә. Көньяҡ Урал менән Урал буйына рустар биш быуат элек, башлыса, Башҡор­тостандың төп ерҙәре Рус дәүләтенә ҡушылғас, килеп ултырған. XVI − XVII быуаттарҙа улар Өфө, Минзәлә, Бөрө биләмәләрендә ҡәлғә-ҡалалар һәм нығытмалар төҙөй башлаған. XVII − XVIII быуаттарҙа, рәсми сиркәү һәм хөкүмәт эҙәрлекләүенән ҡасып, башҡорт ерҙәренә старообрядсылар килеп урынлаша һәм төпкөл урындарҙа рус ауылдары, монастырҙары барлыҡҡа килә.

Ауыл ерендә йәшәгән рустар күберәк Өфө, Иглин, ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Благовещен, Бөрө райондарына тура килә.
Көньяҡ Урал менән Урал буйына рустар биш быуат элек, башлыса, Башҡор­тостандың төп ерҙәре Рус дәүләтенә ҡушылғас, килеп ултырған. XVI − XVII быуаттарҙа улар Өфө, Минзәлә, Бөрө биләмәләрендә ҡәлғә-ҡалалар һәм нығытмалар төҙөй башлаған. XVII − XVIII быуаттарҙа, рәсми сиркәү һәм хөкүмәт эҙәрлекләүенән ҡасып, башҡорт ерҙәренә старообрядсылар килеп урынлаша һәм төпкөл урындарҙа рус ауылдары, монастырҙары барлыҡҡа килә. Крепостной бойондороҡлолоҡтан ҡасҡандар ҙа күп була. Ә инде Ырымбур нығытмаһы хасил булып, Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалынғас, рустарҙың үҙәк Рәсәйҙән күсеү хәрәкәтенең яңы этабы башлана. XVIII быуаттың 30 – 50-се йылдарында Ырымбур казактары ғәскәре төҙөлә. Тау-завод төҙөлөшө башланғас, Рәсәйҙең Волга буйынан, үҙәк һәм көньяҡ райондарынан күсеп килгән рустар һаны ҡырҡа арта. Ә XIX быуаттың 70 − 80-се йылдарында, крепостной бойондороҡлолоҡ бөтөрөлгәс, рустарҙың Уралға миграцияһы уғата көсәйә: рус крәҫтиәндәрен был яҡтарҙың уңдырышлы ерҙәре үҙенә ылыҡтыра. Ә Һамар − Ырымбур һәм Һамар − Златоуст юлдарын төҙөү халыҡтың тағы ла күпләп күсеп ултырыуына сәбәпсе була. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре иһә Өфө губернаһына сиктәш ерҙәрҙә рустарҙың башҡорттар­ҙан һуң һан яғынан икенсе урында тороуын күрһәтә. XX быуат башында, Столыпиндың аграр реформаларынан һуң, рус халҡының башҡорт ерҙәренә күсеп ултырыуы тағы ла көсәйә.
Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, Ырымбур казаклығы ерҙәренең күпселек өлөшө һәм иң ҙур тау-завод үҙәктәре уның сиктәренән ситтә ҡала. Шулай булһа ла, 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанда 1 064,7 мең рус йәшәгән. Тыуым артыу һәм шулай уҡ сәнәғәт төҙөлөшөндә, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә ҡатнашырға теләүҙәре сәбәпле башҡорт биләмәләренә күсеп ултырыуҙары арҡаһында был һан XX быуат аҙағында тағы ла 0,5 миллион кешегә артҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы эвакуациянан һуң да беҙҙә рустар күпләп тороп ҡалған.
Читайте нас: