Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2011, 17:46

«Әсәлек капиталы» 387 мең һумға тиклем үҫәсәк

Хөкүмәт ултырышында Владимир Путин Министрҙар Кабинетының 2012 – 2014 йылдарҙа ил бюджетына ҡағылышлы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. “Ил бюджетының төп йүнәлеше – иҡтисадты, киң масштаблы инфраструктура проекттарын модернизациялау. Шунһыҙ социаль мәсьәләләрҙе хәл итеп булмаясаҡ”, – тип билдәләне хөкүмәт башлығы.2012 йылда Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә һәм хәрбиҙәргә түләүҙәр ике тапҡырға артасаҡ. 2012 йылдың 1 ғинуарынан хәрби пенсия 1,5 тапҡырға үҫәсәк. Торлаҡҡа сиратҡа торған ошо система вәкилдәре киләһе ике йыл эсендә фатир менән тәьмин ителәсәк.

Хөкүмәт ултырышында Владимир Путин Министрҙар Кабинетының 2012 – 2014 йылдарҙа ил бюджетына ҡағылышлы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. “Ил бюджетының төп йүнәлеше – иҡтисадты, киң масштаблы инфраструктура проекттарын модернизациялау. Шунһыҙ социаль мәсьәләләрҙе хәл итеп булмаясаҡ”, – тип билдәләне хөкүмәт башлығы.
2012 йылда Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә һәм хәрбиҙәргә түләүҙәр ике тапҡырға артасаҡ. 2012 йылдың 1 ғинуарынан хәрби пенсия 1,5 тапҡырға үҫәсәк. Торлаҡҡа сиратҡа торған ошо система вәкилдәре киләһе ике йыл эсендә фатир менән тәьмин ителәсәк.
Владимир Путин хәбәр итеүенсә, 2012 йылда «әсәлек капиталы» 387 мең һум тәшкил итәсәк. Бала тыуыу айҡанлы бирелә торған пособие күләме 12 мең 400 һум буласаҡ.
Читайте нас: