Аптыратты...
Мәскәү янындағы Дубровки ҡасабаһының йөҙгә яҡын йорто «Шереметьево» аэропортында төҙөләсәк яңы осош һыҙатының юлында ултыра, имеш.
Халыҡ был хаҡта әле генә белеп ҡалған. Власть органдарына һорау менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, уға аныҡ яуап ала алмағандар. Шереметьевола самолет тауыштары былай ҙа норманан артыҡ, яңы һыҙат төҙөлгән хәлдә, һауа транспорты йорттарҙан бер нисә метр алыҫлыҡта ғына осоп-төшөп йөрөйәсәк.
ҡасаба халҡы, беҙҙе ҡасан, ҡайҙа күсерерҙәр, компенсация түләрҙәрме, юҡмы, тип аптырап йәшәй. Хатта һаҡланырға ла әҙерләнәләр. Ни өсөн тигәндә, төҙөлөш тураһында асыҡлап, һорашып йөрөүселәрҙең береһенең өйөндә ҡапыл ғына телефонды һүндергәндәр.
Уйландырҙы...
Силәбе өлкәһе ауылдарының береһендә әсәләр «баш күтәрә».
Ике меңләп кеше йәшәгән Шемахин ауыл биләмәһенән әрмегә көҙгө саҡырылышта бер егет тә китмәүе бар, сөнки ата-әсәләр ошонда тыуып үҫкән Руслан Айдерхановтың әрмелә үлеү сәбәбен асыҡламай тороп улдарын әрмегә ебәрмәҫкә ҡарар иткән. Әле ҡултамғалар йыйыла.
Руслан урманда аҫылынған килеш табылған. Ауылға егеттең цинк табутын ебәргәндәр, ә яҡындары уны асҡан һәм шаҡ ҡатҡан: мәйеттең теше, аяҡтары һынған, күҙе соҡолған, тәне тотош тиерлек яралы. Оборона министрлығынан, һалдатҡа ҡарата көс ҡулланылмаған, тиһәләр ҙә, ата-әсәләр башҡасараҡ фекерҙә.
Көлдөрҙө...
Бөгөн Ливия лидеры Муаммар Каддафиҙың ҡайҙалығын асыҡлау – һәммәһе өсөн дә «беренсе мәсьәлә».
Уны баш күтәреүселәр ҙә эҙләп арманһыҙ булған, донъяның барса разведка «әһелдәре» лә. Барыһына ла Муаммарҙың «өрәк» ҡушаматын алған «Мерседес»ы ғәйепле. Шуныһы ҡыҙыҡ: өс йыл элек әлеге машинаны уға Франция Президенты, ул саҡта эске эштәр министры, Николя Саркози 5,5 миллион долларға һатҡан. Нимәһе менән шәп ул автомобиль, тиерһегеҙ? «Өрәк»те эҙәрлекләп булмай – ул махсус система менән йыһазландырылған, үҙе теләһә ниндәй хәбәрҙәрҙе лә ҡабул итә ала, бронялы, снаряд эләкһә лә, «ыһ» та итмәй, ти. Шуға ултырып алған Муаммар һаман еңеүенә ышана, үҙе яҡлылар менән идара итә, инструкциялар бирә икән.
Әйткәндәй, ошо машина проблемаһына «эйәреп», хәҙер Саркозиҙың Ливияға ҡағылышлы әллә ниндәй алыш-бирештәре асыла бара, асыла бара, имеш.
ҡыуандырҙы...
Ниһайәт, һалдаттарҙың бер төрлө бутҡанан ялҡҡанын ишеттеләр.
Бынан ары Рәсәй әрмеһендә егеттәрҙе тары, һоло, арпа ярмаларынан бешерелгән бутҡа менән йонсотмаясаҡтар. Мәҫәлән, арпа ярмаһын тик ашҡа һалырға ғына рөхсәт итәсәктәр. Яҡын киләсәктә һалдат тәрилкәһендә был яратмаған бутҡаларҙы дөгө, ҡарабойҙай алмаштырасаҡ. Илдең оборона министры үҙе шундай ҡарар ҡабул иткән. Армия ашнаҡсыларынан кем дә кем тары һәм арпа бутҡаһы бешерә, улар 15 мең һум күләмендә штраф түләй. Ризыҡ әҙерләү процесын күҙәтергә погонлы дежурҙар ҡуйыла.