Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2011, 17:01

Туҡайға һәйкәл кәрәк

Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Өфөлә бөйөк Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу зарурлығын белдерә. Бер төркөм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре БР Президентына ошондай мөрәжәғәт менән хат яҙған

Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Өфөлә бөйөк Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу зарурлығын белдерә. Бер төркөм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре БР Президентына ошондай мөрәжәғәт менән хат яҙған.
ТӨРКСОЙ ҡарары менән быйылғы йыл Туҡай йылы тип иғлан ителгән. Билдәле шағир татар халҡының ғына күренекле шәхесе булып ҡалмай, Ғабдулла Туҡайҙың ижады күп кенә төрки халыҡтар өсөн дә үҙ һәм яҡын. Быйыл уның тыуыуына 125 йыл тулыу Башҡортостанда, Татарстанда, Рәсәйҙең байтаҡ төбәгендә киң билдәләнде, юбилей саралары барышында ҡаҙан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Уральскиҙа һәм Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала Туҡайҙың таш һындары ҡалҡып сыҡты.
Ғабдулла Туҡайҙың башҡорт поэзияһы менән ҡыҙыҡһыныуы билдәле, уның башҡорт йырҙарын яратып тыңлауы һәм башҡарыуы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Бөйөк шағирыбыҙ Мәжит Ғафури менән дә дуҫ булған ул. Президентҡа асыҡ хатта ошо юлдарҙы яҙып, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Хәсән Назар менән Ирек Кинйәбулатов, профессор Суфиян Поварисов, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Таһир Ахунйәнов һ.б. ҡул ҡуйған.
Читайте нас: