Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2011, 16:56

Өс һөйләм менән

Төркиәнең Ялова ҡалаһында төрки телле тәржемәселәрҙең симпозиумы үтте. Башҡортостан делегацияһы составында тәржемәселәр Ғәйнислам Ибраһимов, Гөлназ Йәғәфәрова, Фәйрүзә Ғарипова, шағирә Лилиә ҡәйепова ла бар. Сара ҡаҙаҡ шағиры ҡасим Аманжоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

Төркиәнең Ялова ҡалаһында төрки телле тәржемәселәрҙең симпозиумы үтте. Башҡортостан делегацияһы составында тәржемәселәр Ғәйнислам Ибраһимов, Гөлназ Йәғәфәрова, Фәйрүзә Ғарипова, шағирә Лилиә ҡәйепова ла бар. Сара ҡаҙаҡ шағиры ҡасим Аманжоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

Өфөлә вакансиялар арта, эшһеҙҙәр һаны кәмей бара. Бер аҙнала ғына эш урындары 500-гә артып, йәмғеһе 15800 урынға эшселәр талап ителгән. Әлеге көндә Өфөлә туғыҙ мең ярым кеше эшһеҙлек буйынса иҫәптә тора.

2011 − 2012 уҡыу йылында Мостай Кәрим исемендәге стипендияны алыусылар билдәләнде. Улар − Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының дүртенсе курс студенты Зарина Бағышаева менән филология факультеты студенты Рәсимә Миңләхмәтова. Исемле стипендия уҡыуҙа яҡшы өлгәшкән, ижади һәләте булған, фәнни эш менән әүҙем шөғөлләнгән III − V курс студенттарына тапшырыла.

Кисә Өфөлә профессор Н. Белоконь иҫтәлегенә «Дисциплина - ара бәйләнештәр аспектында балалар кардиологияһы» VII Бөтә Рәсәй конференцияһы башланды. Уның маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәр­ҙең йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен дауалауҙа донъя һәм ил тәжрибәһе менән уртаҡлашыу. Башҡортостан балаларға кардиология йүнәлешендә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән төбәктәрҙең береһе һанала, быйыл ғына республика кардиодиспансерында 278 баланың йөрәгенә операция эшләнгән.

Учалыла Башҡортостан Рес­публикаһының Микрофинанслау үҙәге асылды. Унда эшҡыуарҙар бушлай консультациялар алыу мөмкинлегенә эйә. Йүнселдәр 1 миллионға тиклем заем алыуға заявка бирә ала.

Рәсәйҙең суд приставтары фе­дераль хеҙмәтенең Башҡортос­тан буйынса идаралығы суд акттары һәм һалым органдары ҡарарҙары буйынса төрлө өлкәләге бюджетты әүҙем тулыландыра. 8 ай эсендә идаралыҡҡа 251 мең башҡарма производство килгән. Бөтөнөһө 808 млн һум аҡса дәүләт бюджетына суд приставтары тарафынан күсерттерелгән.

22 сентябрҙә Өфөлә «Йәш гвардия» ағзалары, Халыҡ-ара автомобилһеҙ көнгә арнап, велосипедта уҙыш үткәрә. Сара Ленин майҙанынан башлана. Бәйгелә 50 кеше ҡатнаша.

Cтәрлетамаҡ ҡалаһында эҙәрмәндәр тарафынан табылған 1912 йылғы красноармеец Шәкир Вәкил улы Бүләковтың һөйәктәре ерләнде. Һалдаттың яҡындары иҫән: ҡыҙы ҡаҙан ҡалаһында, һеңлеһе менән ҡустыһы Стәрлетамаҡта йәшәй. Яугир 1941 йылдың 23 июнендә һуғышҡа алынып,1942 йылдың декабренән хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөгән.

Хөкөм язаһын башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы «Живой журнал» блог-платформаһында үҙ көндәлеген асты. Уның адресы: gufsinrb.Iivejournalcom. Шулай уҡ YouTube видеохостингында был хеҙмәттең эшмәкәрлегенә арналған канал да булдырылған.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
Читайте нас: