Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2011, 17:00

Инвестиция проекттары ҡаралды

Республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы төҙөлгәйне, кисә уның тәүге ултырышы үтте. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары − сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Марат Мөлөков алып барҙы. Хөкүмәт комиссияһы проекттарҙы ҡарап, республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүҙе, проекттарҙы бойомға ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Комиссия өҫтөнлөклө проекттарҙы билдәләй, ергә бәйле мәсьә­ләләрҙе хәл итә һәм тормошҡа ашырыласаҡ проекттар өсөн инженер-транспорт инфраструктураһы үҫешен күҙаллай. Шулай уҡ бында инвестор менән республика хөкүмәте килешеүе буйынса тейешле эштәр алып барыла. Проекттар кварталға бер ҡаралырға тейеш.

Республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы төҙөлгәйне, кисә уның тәүге ултырышы үтте. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары − сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Марат Мөлөков алып барҙы.
Хөкүмәт комиссияһы проекттарҙы ҡарап, республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүҙе, проекттарҙы бойомға ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Комиссия өҫтөнлөклө проекттарҙы билдәләй, ергә бәйле мәсьә­ләләрҙе хәл итә һәм тормошҡа ашырыласаҡ проекттар өсөн инженер-транспорт инфраструктураһы үҫешен күҙаллай. Шулай уҡ бында инвестор менән республика хөкүмәте килешеүе буйынса тейешле эштәр алып барыла. Проекттар кварталға бер ҡаралырға тейеш.
Читайте нас: