ҡулланыу тауарҙары баҙары идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ишбулатова әйтеүенсә, ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙән 30 октябргә тиклем Өфөнөң 20 майҙансығында үтәсәк.
Ял көндәрендә Спорт һарайы алдындағы майҙанда – Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте предприятиелары, ә 1 октябрҙә республиканың Мәғариф министрлығы ойошторған йәрминкәләр уҙғарыласаҡ.
Муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы етештереүселәренән йәрминкәләрҙә ҡатнашыу өсөн заявкалар күп булһа, уларҙың 27 ноябргә тиклем оҙайтылыуы ихтимал. Ит йәрминкәләре иһә 10 – 25 декабрҙә үтәсәк.