Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2011, 20:34

2012 йылда пенсия тағы артасаҡ

РФ Пенсия фонды башлығы Антон Дроздовтың һүҙҙәренсә, рәсәйҙәрҙең хеҙмәт пенсияһы 9,6 процентҡа күтәреләсәк. Был ғәмәл ике этапта – 1 февралдә һәм 1 ап­релдә башҡарыласаҡ. Социаль пенсиялар тағы ла күберәккә – 14,1 процентҡа артасаҡ.

2012 йылда пенсия тағы артасаҡ
2012 йылда пенсия тағы артасаҡ

РФ Пенсия фонды башлығы Антон Дроздовтың һүҙҙәренсә, рәсәйҙәрҙең хеҙмәт пенсияһы 9,6 процентҡа күтәреләсәк. Был ғәмәл ике этапта – 1 февралдә һәм 1 ап­релдә башҡарыласаҡ.
Социаль пенсиялар тағы ла күберәккә – 14,1 процентҡа артасаҡ.
Быйыл иһә хеҙмәт пенсиялары 1 фев­ралдән 8,8 процентҡа индексацияланған. Бынан тыш, августа эшләүсе 13,5 миллион пенсионер­ҙың хеҙмәт пенсияһына төҙәтмәләр индерелде. Бөгөн ҡартлыҡ буйынса уртаса хеҙмәт пенсияһы күләме Рәсәйҙә – 8,8 мең, Башҡортостанда 8,3 мең һум тәшкил итә, ә 2012 йылда ул 9,6 мең һум буласаҡ. Ә уртаса социаль пенсия күләме 5771 һумға етәсәк.
Читайте нас: