Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2011, 20:13

Донъя яңылыҡтары

Кеше ашаусы акула тотолғанҺуңғы ваҡытта кешеләр йыш ҡына акулаларҙың ҡорбаны була. При­морьела август айында өс кешегә ошо йыртҡыс ташланғайны. Мөғ­жизә менән генә улар үлемдән ҡо­тол­ған. Приморье өлкәһендә йыртҡыс­тар­ҙы тотоу маҡсатында махсус штаб ойошторолдо. 60-ҡа яҡын кеше акулаларҙы тотоу эшенә йәлеп ителгән. Ошо көндәрҙә балыҡсы­лар­ҙың ауына ике метрҙан оҙонораҡ акула эләккән. «Фортуна» балыҡ тотоу судноһы экипажы хеҙмәткәре әйтеүенсә, Находка районының Поворотный морононда тағы ла бер акула төйәкләнгән.

Донъя яңылыҡтары
Донъя яңылыҡтары
Кеше ашаусы акула тотолған


Кисә иртәнсәк «Локомотив» хоккей командаһы уйынсыһы Александр Ғәлимов дауаханала йән биргән.
Табиптар тәненең 90 проценты янған егеттең ғүмере өсөн биш көн буйы көрәште. Шулай итеп, «Як−42» самолетында һәләкәткә юлыҡҡан ҡорбандарҙың һаны 44 кешегә етте. Фажиғәлә берҙән-бер тере ҡалған кеше – бортинженер Александр Сизовтың хәле бер аҙ яҡшырған. Уны реанимациянан ябай палатаға күсергәндәр.

Сиғандарҙа – ҡоллоҡта

Инглиздәр сиғандарға ҡаршы көрәшеүен дауам итә. Яңыраҡ улар таборҙарҙа рейд үткәргән мәлдә 24 ир-егетте ҡотҡарған.
ҡоллоҡта булған инглиздәр, поляктар һәм румындар ауыр шарттарҙа көн иткән. 15 йылдан ашыу сиғандарҙа ҡол булған кешеләр алкоголизмдан яфалана. Уларҙың «хужалары» − дүрт ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас: