Республикабыҙҙа «2011 – 2013 йылдарҙа фермер хужалыҡтары нигеҙендә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү» тигән маҡсатлы программа бойомға ашырыла башланы.
Әле ошо юҫыҡта 300 миллион һум аҡса бүленгән дә инде: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 50-ләп ғаилә үҙенең һөтсөлөк фермаһын булдырасаҡ. 175 ғаиләнән килгән ғаризаның 52-һендә – төҙөлөш, 123-өндә булған объекттарын реконструкциялау маҡсаты күрһәтелгән.
Бындай ферма хужалары «Россельхозбанк»тан һигеҙ йылға субсидияланған кредит (йыллыҡ ставка – 13 процент) аласаҡ. Республика бюджетынан уларға малсылыҡ ҡорамалдары, тоҡом малдарын һатып алыуға субсидия биреләсәк. Бынан тыш, инженер инфраструктураһын булдырыуға киткән сығымдары ла ҡапланасаҡ. Өҫтәүенә, муниципаль райондар ферма тотоусыларға 150 мең һум тирәһе аҡса бүләсәк. Ә кредит алғанда район хакимиәте гарантия йәки залог тәьминәтен бирәсәк.