+2 °С
Ҡар
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2011, 17:34
Таксистарҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ
Еңел автомашиналарҙа пассажирҙар йөрөтөүҙе көйләүсе яңы закон барлыҡҡа килеүгә бәйле республикала таксистарҙың берҙәм реестры барлыҡҡа киләсәк. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты пассажирҙарҙы ташыусыларҙы иҫәпкә аласаҡ.– Быға тиклем ундай иҫәп алып барылмағас, еңел таксиҙарҙың күпме булыуы билдәһеҙ, – ти комитет рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский. – Беҙҙең иҫәп буйынса, яҡынса 10 – 15 мең автомобилгә рөхсәт ҡағыҙы кәрәгәсәк.
Еңел автомашиналарҙа пассажирҙар йөрөтөүҙе көйләүсе яңы закон барлыҡҡа килеүгә бәйле республикала таксистарҙың берҙәм реестры барлыҡҡа киләсәк. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты пассажирҙарҙы ташыусыларҙы иҫәпкә аласаҡ.
– Быға тиклем ундай иҫәп алып барылмағас, еңел таксиҙарҙың күпме булыуы билдәһеҙ, – ти комитет рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский. – Беҙҙең иҫәп буйынса, яҡынса 10 – 15 мең автомобилгә рөхсәт ҡағыҙы кәрәгәсәк.
Реестр электрон төрҙә алып барыласаҡ. Комитет үҙ базаһын ЮХХДИ-ға ла бирәсәк.
– Инспектор, комитет мәғлүмәттәренә таянып, автомобиль хужаһының пассажирҙарҙы йөрөтөргә рөхсәт ҡағыҙы булыу-булмауын тикшерәсәк, – тип аңлата Андрей Быковский. – Лицензияһыҙ таксистарға ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ.
Читайте нас:
Ултыр беҙҙең арбаға!
"Йәшлек" гәзитенең "Телеграм"дағы каналына ҡушыл, дуҫ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять