Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2011, 16:45

БДУ нанотехнологиялар өлкәһендә ҙур инновацион компания менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡорт дәүләт университеты фәнни-техник өлкәлә Рәсәйҙең нанотехнологиялар өсөн ҡорамалдар етештереүсе ҙур компанияһы — «Нанотехнология МДТ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итергә йыйына. Нано­технология һәм наноматериалдар өлкәһендә мәғариф һәм фәнни-тикшеренеү йүнәлештәре, наноиндустрия өлкәһендә фәнни-техник һәм инновацион йүнәлештәр, берлектәге фәнни-методик һәм белем биреү сараларын – семинарҙар, симпозиумдар, конференциялар ойоштороу хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре итеп билдәләнде.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу берлектәге фәнни-тикшеренеү программаларын, технологиялар булдырыуҙы һәм уларҙы үҙләштереү буйынса проекттарҙы тормош­ҡа ашырыуҙы, ваҡытлыса ғилми коллективтар, яңы техниканы һәм технологияларҙы үҙләштереүҙе тәьмин иткән лабораториялар асыуҙы, фәнни-техник мәғлүмәт менән үҙ-ара бүлешеүҙе, ғалим һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү, стажировкалар ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
Читайте нас: