Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2011, 20:34

Донъя яңылыҡтары

“Айрин” ғәрәсәте сигенә Тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында үҙ йорттарын ташлап киткән Нью-Йорк халҡы кире ҡайта башланы. “Айрин” ғәрәсәте арҡаһында 370 меңдән ашыу кеше ҡаланан киткәйне. 27 августа тропик штормдан һуң циклондың көсө бер аҙ кәмене, шуға күрә халыҡты эвакуациялау туҡтатылды. Нью-Йорк ҡалаһы яйлап элекке сүрәтенә инә.

Донъя яңылыҡтары
Донъя яңылыҡтары
“Айрин” ғәрәсәте сигенә

Тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында үҙ йорттарын ташлап киткән Нью-Йорк халҡы кире ҡайта башланы.
“Айрин” ғәрәсәте арҡаһында 370 меңдән ашыу кеше ҡаланан киткәйне. 27 августа тропик штормдан һуң циклондың көсө бер аҙ кәмене, шуға күрә халыҡты эвакуациялау туҡтатылды. Нью-Йорк ҡалаһы яйлап элекке сүрәтенә инә.
Дауыл мегаполисҡа етди матди зыян килтергән. Бәхеткә күрә, кешеләр имен ҡотолған.
ҡала мэры Майкл Блумберг әйтеүенсә, тиҫтәләгән бина емерелгән, кварталдарҙы һыу баҫҡан. Һаман да йәмәғәт транспорты йөрөмәй, метро эшләмәй, аэропорт ябыл­ған. “Айрин” үткән башҡа райондарҙа хәл тағы ла ҡурҡынысыраҡ. АҡШ-та был тәбиғәт ҡазаһы һөҙөмтәһендә 18 кеше һәләк булған.

Японияла – яңы Премьер
Үткән аҙнала Япония Премьеры Наоти Кан Демократик партия рәйесе вазифаһынан отставкаға китәсәге хаҡында иғлан иткәйне.
Ул автоматик рәүештә хөкүмәт башлығы вазифаһынан да бушатылды. Наоти Кан кабинет менән йыл ярым идара итте. Илдә шундуҡ һайлауҙар башланды. Был вазифаға биш кеше дәғүә итә ине. Кисә Демократик партия лидеры итеп финанс министры Есихико Нода һайланған. Тимәк, ул Японияның сираттағы Премьер-министры буласаҡ.

Төркиәлә тағы шартлау
Туристар ҡаласығындағы шартлау һөҙөмтәһендә беҙҙең ил вәкилдәре йәрәхәтләнгән.
Үткән йәкшәмбелә Рәсәй туристарының яратҡан ял итеү урындарының береһе – Төркиәнең Кемер ҡалаһы пляжында шартлау яңғырай. Төрлө тән йәрәхәттәре алған 15 кешенең етеһе – Рәсәй граждандары. Уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән. Туристар әлеге мәлдә ял итеүен дауам итә. Енәйәтселәр асыҡланмаған.

Ришүәтсе ҡулға алынды

Алыҫ Көнсығыш урман һаҡлау базаһының осоу хеҙмәте начальнигы урынбаҫары миллион һум ришүәт алған ваҡытта тотола.
Был чиновник Хабаровск крайында янғын һүндереү һәм профилактикалау буйынса дәүләт контракты төҙөү өсөн уҙғарылған конкурстың комиссия ағзаһы булған. Тәфтишселәр белдереүенсә, ул бер компанияға ярҙам итергә вәғәҙәләгән. Фирма тендерҙы еңһен өсөн чиновник документтар араһына икенсе компания сертификатының күсермәһен һалған. Аҡса тапшырыл­ған ваҡытта чиновник тәртип һаҡсылары ҡулына эләгә. Үтә ҙур күләмдә ришүәт алғаны өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас в