www. kurortrussia.ru туристик порталы интерактив һорау алыу үткәрә. Сайтҡа инеүселәргә Волга буйы федераль округының үҙҙәре күрергә теләгән 14 төбәгенең береһен һайлап алырға ҡушыла.
Лидерҙар рәтендә – Татарстан, Башҡортостан һәм Пермь крайы. Тауыш биреү 28 – 30 сентябрҙә Түбәнге Новгородта үтәсәк Волга буйы федераль округының туристик ресурстары фестиваль-презентацияһы алдынан үткәрелә. Был сараға әҙерлек республикала әүҙем алып барыла. Белгестәр билдәләүенсә, фестивалдә ҡатнашыу – эске һәм халыҡ-ара баҙарҙа Башҡортостанды туристик төбәк булараҡ күрһәтеү өсөн иң яҡшы мөмкинлек. Был эске һәм тышҡы туризм, төбәктең туристик эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен күтәреү өсөн дә стимул булып тора. Күләмле төбәк-ара туристик сара тәүге тапҡыр беҙҙең һәм сит илдәрҙең туризм мәсьәләләре буйынса белгестәре, федераль власть органдары ҡатнашлығында үтә. Фестиваль барышында конкурстар, мастер-кластар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, семинарҙар ойоштороласаҡ. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округын комплекслы рекламалау үткәреләсәк.