Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Илеш районының Бишҡурай урта мәктәбенә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исеме бирелде.
Был мәктәп юҡҡа ғына һайланмаған – данлыҡлы осоусы башланғыс белемде тап ошонда алған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында иҫке бина урынына яңы мәктәп һалынған, әле унда йөҙҙән ашыу бала уҡый. Билдәле шәхестең музейы ла булдырылған, бюст ҡуйылған, киләһе йылда Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы мәктәптә капиталь ремонт та бара.
Был төбәктә яҡташтарының батырлыҡтарын яҡшы беләләр. Иләкшиҙе ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлаған, илдең бик күп ҡалаһын дошмандан азат итеүҙә ҡатнашып, Сталинград, ҡырым, Польша, Германия буйлап яу юлын үтеүсе, бихисап хәрби осошта батырлыҡ күрһәтеүсе шәхес менән ғорурланмау мөмкинме?!
Бишҡурай мәктәбе уның исемен лайыҡлы йөрөтөр, уҡыусылары яҡташтары өлгөһөндә шәхес булып үҫер тигән өмөттә өлкәндәр.