Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ блогында республика эшмәкәрлегендәге һуңғы күрһәткестәрҙе телгә ала.
Уның билдәләүенсә, республикала сәнәғәт индексы алты ай һөҙөмтәһе буйынса (110,1 процент) уртаса Рәсәй (105,3 процент) һәм Волга буйы федераль округы (108,6 процент) кимәлен уҙып киткән. Көрсөктән һуң сәнәғәтте тергеҙеү бара.
Аҡсалата килемдәргә килгәндә, аҙыҡ-түлеккә, бензин һәм сәнәғәт тауарҙарына хаҡ даими үҙгәреп торғас, халыҡтың килеме, 2010 йылдың тәүге яртыһы менән сағыштырғанда, 1 – 2 процентҡа түбән төшкән. Республика халҡы алты айҙа сама менән 400 миллиард һум табыш алған. Был былтырғы шул осорға ҡарағанда 7,3 процентҡа күберәк. Әммә хаҡтар 9,6 процентҡа үҫкәнлектән, реаль килем түбәнәйгән. Июнь менән июлдә генә күрһәткестәр яҡшы. Анализдар күрһәтеүенсә, икенсе ярты йыллыҡта килем һәр ваҡыт күбәйә.
Президент хеҙмәт хаҡына ҡағылышлы статистика мәғлүмәттәрен дә бирә. Беҙҙә эш хаҡы юғары түгел: айына уртаса 17 278 һум тәшкил итә. Ауыл хужалығында ул 8 мең һум тирәһендә тирбәлһә, нефть эшкәртеү тармағында – 53 мең һумға тиклем. Ил төбәктәрен алғанда, түбәндәге күрһәткестәр буйынса сағыштыра алабыҙ: Мәскәүҙә, Төмән өлкәһендә һәм Камчаткала уртаса эш хаҡы 40 мең һум тирәһе, Ненец Автономиялы Округында – 50 мең һум. Свердловск өлкәһендә айына уртаса 22 мең һум эш хаҡы алһалар, Пермь крайында – 18,8 мең, Татарстанда – 17,8 мең, Силәбе өлкәһендә 18,6 мең һум тәшкил итә. Әле беҙҙә был юҫыҡта күрһәткестәрҙе күтәреү мәсьәләһе хәл ителә.
Хеҙмәт хаҡының юғары булмауы аҡса туплау күләмендә лә сағыла. Республикабыҙҙың кредит ойошмаларында физик шәхестәрҙең барлығы 140 миллиард һум аҡсаһы ята. Был йән башына 35 мең һум тура килә, тигән һүҙ. Ил күрһәткесе буйынса беҙ исемлектә урта тирәлә.
Ваҡлап һатыу күләме (241 млрд һум) буйынса иһә федераль округта – беренсе, илдә һигеҙенсе урында торабыҙ. Ә күмәртәләп һатыуҙа (162 млрд һум) арттараҡбыҙ: округта – бишенсе, Рәсәй буйынса – 15-се урында. Алдынғыларҙың күрһәткесе 500 миллиард һум тирәһе.
Рөстәм Хәмитов блогында билдәләүенсә, торлаҡ төҙөү буйынса уртаса ил күрһәткесенән юғарыраҡ торабыҙ. һөт етештереү буйынса республика лидерҙар рәтендә, Татарстан менән 1 – 2-се урынды бүлешәбеҙ, ә ит, йомортҡа етештереүҙә Рәсәйҙә унынсы баҫҡыста.
Тағы бер мәғлүмәт – 2010 йылда төбәктәрҙә идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау буйынса 14-се урында булдыҡ. Иң яҡшы унау иҫәбенә инеү – һәйбәт күрһәткес.
Сит ил инвестицияларын йәлеп итеүҙә беҙ артта. Күҙалланған проекттар оҙайлы бойомға ашырыла. Күтәрелеү өсөн тағы ике-өс йыл кәрәк әле.
Йомғаҡлап шуны әйтергә мөмкин: республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре уртаса Рәсәйҙекенә яҡын. Был, Президент фекеренсә, ҡаҙаныш түгел. Исемлектең уртаһына төшкәс, юғары үрләү еңел түгел. Конкуренция ла бар. Шулай ҙа беҙҙең бюджет бурысы юҡ, ауыл хужалығында, килемле предприятиелар өлөшө буйынса алдынғылар рәтендәбеҙ. Әммә йыллыҡ бюджет 150 – 170 миллиард һум талап ителә, әлегә 120 – 125 миллиард һум. Беҙҙең өсөн уңайлы тармаҡтар – химия, авиация сәнәғәте, энергетика, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы, туризм, файҙалы ҡаҙылмалар, инфраструктура.