Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2011, 14:53

Йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы тупланасаҡ

Башҡортостанда 782 мең тонна бесән әҙерләнгән (планға ҡарата – 107 процент). Сенаж соҡорҙарына 2 млн 408 мең тоннанан ашыу йәшел масса һалынған (планлаш­ты­рыл­ғандан 10 процентҡа күберәк). Рес­публика буйынса уртаса алғанда, һәр мал башына 22 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған. Алда тағы ла силос һалыу һәм икенсегә бесән сабып алыу эштәре көтә.

Республиканың ҡайһы бер райондары силос һалыуҙы башлаған да инде. Силосҡа әле судан үләне сабылһа, артабан кукуруз менән көнбағышҡа тотонасаҡтар. Әлегә 308 мең тонна силос һалынған (план – 1 миллион 822 мең тонна).
Читайте нас: