Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2011, 14:33

Стәрлетамаҡтар ҙа алдан тауыш биреүҙә ҡатнашты

Стәрлетамаҡ праймеризында ла, һәр ерҙәге кеүек үк, РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа 40-тан ашыу кандидат һәм 300-ҙән ашыу халыҡ вәкиле ҡатнашты. – «Берҙәм Рәсәй» партияһы кеүек, бөтә социаль программаларҙың үтәлешен, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған башҡа партия юҡтыр, – тине үҙ сығышында ошо партияның төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев. – Һеҙҙең тауыш биреүегеҙгә күп нәмә бәйле: РФ Дәүләт Думаһына иң лайыҡлылар үтергә тейеш.

Стәрлетамаҡ праймеризында ла, һәр ерҙәге кеүек үк, РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа 40-тан ашыу кандидат һәм 300-ҙән ашыу халыҡ вәкиле ҡатнашты.
– «Берҙәм Рәсәй» партияһы кеүек, бөтә социаль программаларҙың үтәлешен, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған башҡа партия юҡтыр, – тине үҙ сығышында ошо партияның төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев. – Һеҙҙең тауыш биреүегеҙгә күп нәмә бәйле: РФ Дәүләт Думаһына иң лайыҡлылар үтергә тейеш.
Стәрлетамаҡтар элекке башлығын – Дәүләт Думаһы депутаты Спартак Әхмәтовты алҡыштар менән ҡаршы алды.
– Халыҡ һайлап ҡуйған депутат ябай халыҡтың нисек йәшәүен, төбәктең проблемаларын яҡшы белергә тейеш, – тине ул сығышында. – Бөгөн беҙҙә район-ара һәм ҡала-ара кооперация юҡҡа сыҡҡан. Ә бит күп предприятиеның эшмәкәрлеге уның эшенә бәйле. Буласаҡ депутаттар бына ошо турала уйланырға тейеш.
Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников:
– Праймериз процедураһын уңышлы үтеүселәр Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа һайланасаҡ. Улар Башҡортостан мәнфәғәтен федераль кимәлдә яҡлаясаҡ. Шуға күрә лә һеҙ, алдан тауыш биреүселәр, тауышығыҙҙы кем өсөн биреү хаҡында ныҡлап уйларға тейеш­һегеҙ, – тип өндәште залдағыларға.
Праймериз йәшерен тауыш биреү менән тамамланды.
Читайте нас: