Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2011, 14:32

Ҡаҙан күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар Башҡортостан сәнәғәт потенциалын күршеләрҙә күрһәтәсәк

7 – 9 сентябрҙә ҡаҙанда Татарстан Республикаһы Президенты, Татарстан Хөкүмәте һәм ҡаҙан ҡалаһы мэрияһы ярҙамында, шулай уҡ «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында XVIII «Нефть. Газ. Нефть химияһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе үтәсәк. Сара Волга буйының нефть һәм химия тармағы предприятиеларына яңы технологиялар һәм ҡорамалдарҙы тәҡдим итеүгә, күрше төбәктәрҙең фәнни потенциалын һәм иҡтисади бәйләнештәрен киңәйтеүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

7 – 9 сентябрҙә ҡаҙанда Татарстан Республикаһы Президенты, Татарстан Хөкүмәте һәм ҡаҙан ҡалаһы мэрияһы ярҙамында, шулай уҡ «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында XVIII «Нефть. Газ. Нефть химияһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе үтәсәк.
Сара Волга буйының нефть һәм химия тармағы предприятиеларына яңы технологиялар һәм ҡорамалдарҙы тәҡдим итеүгә, күрше төбәктәрҙең фәнни потенциалын һәм иҡтисади бәйләнештәрен киңәйтеүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, коллектив экспозиция ойоштороласаҡ, унда Башҡортостандың сәнәғәт потенциалы күрһәтеләсәк һәм республика предприятиелары тураһында мәғлүмәт биреләсәк. ҡыҙыҡһынған ойошмалар һәм предприятиеларҙың барыһы ла унда ҡатнашырға саҡырыла.
Читайте нас: