Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 15:19

Йәш эшҡыуарҙарға бизнес серен асасаҡтар

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты «Баштехинформ» республика фәнни-техник һәм мәғлүмәт комплексы менән берлектә яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн «Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре» программаһы буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү курсы үткәрәсәк.

Унда Архангел, Иглин, ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Өфө ҡалаһында йәшәүсе уҡыу йорттарының сығарылыш курс студенттары, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе эшһеҙҙәр, эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған граждандар, быйыл үҙ эштәрен асҡан, йә 2010 – 2011 йылдар­ҙа субсидия (старт-ап) алған эшҡыуарҙар уҡырға саҡырыла.
Яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар бухгалтер иҫәбе һәм һалым, бизнесты планлаштырыу һәм бизнес-план төҙөү методикаһын, фирма иҡтисадында маркетинг роле һәм әһәмиәте, туристик предприятие ойоштороу ҡағиҙәләрен өйрәнәсәк. Программа тамамланғас, белем алыусыларға билдәләнгән өлгөләге танытмалар тапшырыласаҡ.
Курс 12 – 22 сентябрҙә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15 адресы буйынса 319-сы бүлмәлә үткәреләсәк, www.seminar.bash.ru сайтында өҫтәмә мәғлүмәт алырға һәм теркәлергә мөмкин.
Читайте нас: