Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 15:52

Төньяҡ амурҙары

9 – 11 августа Әбйәлил районында «Төньяҡ амурҙары – башҡорт яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында» тип аталған республика конкурс-фестивале үттеУны «Төньяҡ амурҙары» һәм «Өфө йәйәүле полкы» хәрби-тарихи клубтары менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән күркәм сара тураһында һөйләр алдынан тарихҡа ҡыҫҡаса экскурс яһау һис тә ҡамасауламаҫ кеүек. Сөнки хәтерҙе яңыртыу бик файҙалы нәмә. Рус шағиры П. Вяземский әйтеүенсә, ирке булмаған һәм уға өмөтләнмәгән халыҡтар ғына бер ваҡытта ла ысын-ысындан тарих менән ҡыҙыҡһынмай. Ә беҙ ирек һөйөүселәр затынан.

Төньяҡ амурҙары
Төньяҡ амурҙары
Читайте нас: