Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 15:12

Өс һөйләм менән

РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылдың 1 июленә республикала 4409 коммерция булмаған ойошма теркәлгән. Нигеҙҙә, улар ижтимағи берекмәләр (2247 – 50,9 %) һәм дини ойошмалар (932 – 21,1 %). Сәйәси партияларҙың ғына ете дини бүлеге теркәлгән.

РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылдың 1 июленә республикала 4409 коммерция булмаған ойошма теркәлгән. Нигеҙҙә, улар ижтимағи берекмәләр (2247 – 50,9 %) һәм дини ойошмалар (932 – 21,1 %). Сәйәси партияларҙың ғына ете дини бүлеге теркәлгән.

Башҡортостандың нефть хи­мияһы тармағының алдынғы предприятиелары «Нефть. Газ. Нефть химияһы» тип аталған халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ. Ул 7 – 9 сентябрҙә ҡаҙан ҡалаһында үтә. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәгә Баш­ҡортостан предприятиеларының коллектив экспозицияһы ҡуйыласаҡ.

Белорет районының Абҙаҡ ауылында СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Таҡтаташ Абҙаҡ ауылы мәктәбенә ҡуйылды. БР Хөкүмәте ҡарары менән 2008 йылда был мәктәпкә билдәле рәссамдың исеме бирелгәйне.

һуңғы арала илдә туризмды үҫтереү мәсьә­ләһенә иғтибар артты. Волга буйы федераль округының туристик ресурстарын презентациялау буйынса тәүге фестиваль сентябрь аҙағында Түбәнге Новгородта үтәсәк. Ошо көндәрҙә буласаҡ сараға арналған округ видеоконференцияһында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.

Һуңғы биш йыл эсендә Баш­ҡортостанда сабыйҙар үлеме 1,6 тапҡырға кәмегән һәм 6,9 процент тәшкил иткән. Бер йәшкә тиклем йәшәй алмаған балаларҙың өстән бер өлөшө етлекмәй тыуған, 52 проценты социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙә йәшәй. Йыл башынан июнгә тиклем республикала 26610 сабый донъяға килгән, был, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыш­тыр­ғанда, 4,7 процентҡа кәмерәк.

БР Хөкүмәте ҡарары менән республикала йәшәү минимумының күләме билдәләнде. Уртаса йәшәү минимумы күләме 5739 һум тәшкил итә, хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн ул – 6130, пенсионерҙар өсөн – 4681, балалар өсөн 5630 һумға тиң. Хөкүмәт ҡарары «ҡулланыусылар кәрзине тураһында»ғы һәм «Башҡортостан Республикаһында йәшәү минимумын һәм ҡулланыусылар кәрзинен асыҡлау һәм билдәләү тураһында»ғы республика закондарына ярашлы ҡабул ителгән.

Һатыуҙа яңы йәшелсә-емештең күбәйеүенә бәйле, республикала июль айында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,4 процентҡа төшкән. Ә яңы уҡыу йылы алдынан иһә башҡа тауарҙар­ға хаҡтар артып, алдағы айға ҡарата 100,4 процент тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, Башҡор­тостанда йыл башынан алып тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүгә ҡулланыусылар хаҡтары индексы 105,1 процент тәшкил иткән.

Өфө хеҙмәт баҙарында әлеге ваҡытта 14 мең эш урыны, ә эшһеҙҙәр һаны 9 мең кеше иҫәпләнә. Йыл башынан алып 600 кеше Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша эшкә урынлаштырылған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала ғына бында 2000 кеше эш эҙләп мөрәжәғәт иткән.

Был аҙнала Башҡортостанда 30 градуслы эҫе көндәр бөтәсәк. Бөгөндән башлап һауа температураһы түбәнәйәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы 23 – 25 градусҡа етһә, төндә 11 – 15 градус күрһәтәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: