Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 15:23

Бураларға иген тула башланы

Башҡортостан аграрийҙары тәүге миллион тонна игенде был аҙнаның шаршамбыһына буралар­ға һалырға ниәтләй. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре хәбәр итте.

Ауыл эшсәндәренең тонналап-тонналап уңыш алыр­ға бөтә мөмкинлеге лә бар – иген уңған, тәбиғәт шарттары ла беҙҙең файҙаға. Үткән аҙнаның һөҙөмтәләре буйынса, республика баҫыуҙарының 393 мең гектарынан бойҙай сабып алынған. Был – планлаштырылғандың дүрттән бер өлөшө. Урып-йыйыу кампанияһы башланғандан алып дәүләт бураларына 700 мең тонна иген һалынды.
Бөгөн республиканың бөтә райондарында ла ураҡ эштәре бара. Белорет районында ғына был эшкә төшмәгәндәр әле, сөнки унда бойҙай өлгөрмәгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, иң күп иген уңышын мәләүездәр йыя. Был район хужалыҡтарында бер гектар майҙандан 30,7 центнер иген алалар. Ә инде республика буйынса бер гектарҙан дөйөм күрһәткес – 21 центнер.
Читайте нас: