Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 15:21

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XII съезы сентябрҙә үтәсәк

Партияның 23 – 24 сентябрҙә уҙасаҡ форумына 10 меңдән ашыу кеше йыйыласаҡ. Унда РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа партия лидеры – РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың ҡатнашасағы тураһында иғлан ителәсәк, төбәк исемлектәре буйынса алда килгән тәүге өс кандидат (өҫтәүенә, һәр төбәктән килгән «Берҙәм Рәсәй» исемлегендә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре лә буласаҡ) буйынса һуңғы ҡарар, әйҙәүсе партияның һәм Халыҡ фронтының «Халыҡ программаһы» ҡабул ителәсәк.

Партияның 23 – 24 сентябрҙә уҙасаҡ форумына 10 меңдән ашыу кеше йыйыласаҡ.
Унда РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа партия лидеры – РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың ҡатнашасағы тураһында иғлан ителәсәк, төбәк исемлектәре буйынса алда килгән тәүге өс кандидат (өҫтәүенә, һәр төбәктән килгән «Берҙәм Рәсәй» исемлегендә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре лә буласаҡ) буйынса һуңғы ҡарар, әйҙәүсе партияның һәм Халыҡ фронтының «Халыҡ программаһы» ҡабул ителәсәк.
Был форум алдынан, сентябрь башында, Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк-ара конференцияһы үтәсәк. Унда төбәк партконференцияларының йомғаҡтары һәм партияның төбәк проекттары дөйөмләштереләсәк. Шулай уҡ «Халыҡ программаһы» ла тикшереләсәк.
Читайте нас: