Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2011, 15:33

Танылған тапшырыу кире ҡайта

Башҡортостан юлдаш телеканалында үҙгәрештәр дауам итә. Былтыр етәксе алмашынған осорҙа популяр тапшырыуҙарҙың күбеһе «Рәсәй – 1 – Башҡортостан» каналына «күсеп» киткәйне. Шундайҙар рәтендә «Уфимское времечко» программаһы ла бар ине. Хәҙер ул яңынан БСТ-ға ҡайта: уны һәр шишәмбе һәм йомала ҡарай алаһығыҙ. Әлеге тапшырыу Авторлыҡ телевидениеһы менән БСТ-ның уртаҡ проекты булараҡ бынан ете йыл элек эфирға сығып, республика халҡын борсоған мәсьә­ләләр хаҡында һөйләне һәм күрһәтте. «Рәсәй – 1 – Башҡортостан» каналында ла уның рейтингы юғары булған.А. АҡБУЛАТОВА.

Башҡортостан юлдаш телеканалында үҙгәрештәр дауам итә. Былтыр етәксе алмашынған осорҙа популяр тапшырыуҙарҙың күбеһе «Рәсәй – 1 – Башҡортостан» каналына «күсеп» киткәйне. Шундайҙар рәтендә «Уфимское времечко» программаһы ла бар ине. Хәҙер ул яңынан БСТ-ға ҡайта: уны һәр шишәмбе һәм йомала ҡарай алаһығыҙ.
Әлеге тапшырыу Авторлыҡ телевидениеһы менән БСТ-ның уртаҡ проекты булараҡ бынан ете йыл элек эфирға сығып, республика халҡын борсоған мәсьә­ләләр хаҡында һөйләне һәм күрһәтте. «Рәсәй – 1 – Башҡортостан» каналында ла уның рейтингы юғары булған.
А. АҡБУЛАТОВА.
Читайте нас: