Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2011, 15:14

Өс һөйләм менән

Бюджет хеҙмәткәрҙәре менән сәнәғәт тармағында эшләүселәр­ҙең эш хаҡы араһындағы айырманы кәметеү маҡсатында республикала бюджетниктарҙың эш хаҡын күтәреү планлаштырыла. 2011 – 2013 йылдар эсендә уларҙың эш хаҡтары йыл һайын 15 процентҡа күтәреләсәк. Күҙалла­ныуынса, 2012 йылда бюджет ойошмаһында эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 16940 һум тәшкил итәсәк.

Бюджет хеҙмәткәрҙәре менән сәнәғәт тармағында эшләүселәр­ҙең эш хаҡы араһындағы айырманы кәметеү маҡсатында республикала бюджетниктарҙың эш хаҡын күтәреү планлаштырыла. 2011 – 2013 йылдар эсендә уларҙың эш хаҡтары йыл һайын 15 процентҡа күтәреләсәк. Күҙалла­ныуынса, 2012 йылда бюджет ойошмаһында эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 16940 һум тәшкил итәсәк.

Өфө ҡалаһында етем бала­лар­ға мәктәпкә әҙерләнеүгә булышлыҡ итеүсе мәрхәмәтлелек акцияһы башланды. «Беренсе тапҡыр – беренсе синыфҡа! Етем балаларға ярҙам ит» тип атала ул. Акцияны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы «Ғаилә» психологик-медик-социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге менән берлектә үткәрә.

Башҡортостан Республикаһы командаһы уҡыусылар араһында ойошторолған «Президент ярыштары» Бөтә Рәсәй спорт ярыштарының финал этабында еңеү яуланы. Ярыштар Анапа ҡалаһында «Смена» балалар белем биреү-һауыҡтырыу үҙәгендә үтте. Унда 50 ҡала һәм 43 ауыл командаһы ҡатнашты.

12 – 14 октябрҙә Өфөлә экологик форум һәм «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» тип аталған махсуслаштырылған күргәҙмә үтә. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында ойоштороу комитетының тәүге ултырышы булды. Ултырышта экофорумдың программаһы раҫланды.

Октябрь – ноябрь айҙарында Италияла Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе ойошторола. Унда Башҡортостан Рәссамдар союзынан 50-нән ашыу вәкил ҡатнашасаҡ. Ә декабрҙә иһә Өфө ҡалаһына Италия рәссамдарының килеүе көтөлә.

Башҡортостандан ике ҡыҙ «Йә­шел мунсаҡ» тип аталған Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ. Улар – Өфө ҡалаһынан Айгөл Түләкова менән Октябрьский ҡалаһынан Лилиә Ғәләүетдинова. Конкурс «ЭКА МИР – 2011» экологик форумы сиктәрендә үтә.

Статистика мәғлүмәттәре ошо турала дәлилләй: рәсәйҙәр аҙнаһына 38,2 сәғәт эшләй, йәғни эш көнө һигеҙ сәғәт түгел, ә 7 сәғәт 38 минут тәшкил итә. Волга буйы халҡы иһә көнөнә бер минутҡа артығыраҡ эшләй – аҙнаһына эш сәғәте 38,1 сәғәткә етә. Ә бына Башҡортостан халҡы «артыҡ эшләй» – эш аҙнаһы, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 38,9 сәғәт тәшкил итә, йәғни көнөнә 7 сәғәт 47 минут эш ваҡыты тура килә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: