Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2011, 15:23

Ҡалтасы халҡы битараф ҡалманы

ҡалтасы районының Күтәрем ауылында мәктәп, реабилитация үҙәге, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән «Халыҡ программаһы»на тәҡдимдәр индереү буйынса осрашыуҙар ойошторолдо. Уҡытыусылар, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ауыл проблемаларын тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты. Фекер алышыуҙа ауылды төҙөкләндереү мәсьәләһе өҫтөнлөк итте. Ауыл халҡы фекеренсә, кешеләрҙең түбән мәҙәнилеге, эскелектең, наркоманияның киң таралыуы, йәш белгестәрҙең йәшәү урыны буйынса эшкә урынлаша алмауы шулай уҡ мөһим проблема булып тора. ҡалтасы халҡының «Халыҡ программаһы»на индергән тәҡдимдәренең береһе – бюджет өлкәһендә эшләүселәр­ҙең эш хаҡын күтәреү.

ҡалтасы районының Күтәрем ауылында мәктәп, реабилитация үҙәге, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән «Халыҡ программаһы»на тәҡдимдәр индереү буйынса осрашыуҙар ойошторолдо.
Уҡытыусылар, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ауыл проблемаларын тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты. Фекер алышыуҙа ауылды төҙөкләндереү мәсьәләһе өҫтөнлөк итте. Ауыл халҡы фекеренсә, кешеләрҙең түбән мәҙәнилеге, эскелектең, наркоманияның киң таралыуы, йәш белгестәрҙең йәшәү урыны буйынса эшкә урынлаша алмауы шулай уҡ мөһим проблема булып тора.
ҡалтасы халҡының «Халыҡ программаһы»на индергән тәҡдимдәренең береһе – бюджет өлкәһендә эшләүселәр­ҙең эш хаҡын күтәреү.
Читайте нас: