Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2011, 14:51

Урман халҡы өй туйланы

26 май Иглин районының Урман ҡасабаһы халҡы хәтеренән бер ҡасан да юйылмаҫ. Был көндө хәрби арсеналда утилләштереү ҡағиҙәләре боҙолоу арҡаһында бер-бер артлы снарядтар шартлай башлай һәм янғын сыға. Күптәр йорт-ерһеҙ, мөлкәтһеҙ ҡала. Башҡортостан етәкселеге уларға Иглин ҡасабаһында торлаҡ төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бында уңайлы ла, Өфөгә лә яҡын. Һәм бына, район үҙәгенең Урман урамында өс 24 фатирлы йорт һәм 13 коттедж барлыҡҡа килде.

Урман халҡы өй туйланы
Урман халҡы өй туйланы

Район хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин әйтеүенсә, Урман ҡасабаһы халҡына ярҙам бының менән генә бөтмәй. Балалар баҡсаһы, мәктәп мәсьәләләре хәл ителде тиергә мөмкин – бәләкәстәр 5-се балалар баҡсаһына йөрөйәсәк, ә уҡыусылар 1-се мәктәпкә барасаҡ. Халыҡты эш менән тәьмин итеү ҙә көн үҙәгендә тора. Бында ла район етәкселеге булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов районға Иглин ауылына 225 йыл уңайынан тантаналы сарала ҡатнашырға килгәйне. Бында республика башлығы ауылға нигеҙ һалыусы Елена Иглина исемен йөрөткән паркта ла булды. Төҙөкләндерелгән парк матур ял итеү урынынан әйләнгән – ундағы быуа таҙартылған, балалар ҡаласығы төҙөлгән. Спорт майҙансығы ла бар. Рөстәм Хәмитов, унда заманса полимер материал йәйеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, тигән тәҡдим индер­ҙе.
Читайте нас: