Башҡортостанда Торатау янында спорт һәм туристик-мәҙәни комплекс төҙөләсәк. Бөгөн Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында ошо мәсьәләгә арналған кәңәшмә үтә. Унда ҡатнашыусылар изге тау биләмәһенең инфраструктураһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр һәм проекттар әҙерләй.
Өфө Башҡортостандың 12 районы өсөн муниципаль-ара медицина үҙәге буласаҡ. Өфө ҡалаһы медицина округына Иглин, Благовещен, Нуриман, Шишмә, Архангел, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош һәм Өфө райондарының 1,5 млн кешенән торған халҡы берләштереләсәк. Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған сираттағы кәңәшмәлә хәбәр итте.
Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре сауҙа, төҙөлөш, ауыл хужалығы, көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм сәнәғәт предприятиеларын тикшергәндән һуң 30-ҙан ашыу мигрантты республиканан сығарыу тураһында ҡарар сығарған. Улар бөтәһе 917 эш биреүсенең сит ил эшселәрен эшкә законлы рәүештәме, әллә законһыҙмы йәлеп итеүен тикшергән. Операция һөҙөмтәләре буйынса ҡаҙнаға 4 миллион һумдан ашыу штраф түләтеү һәм 33 мигрантты республиканан ситкә сығарыу ҡаралған.
Республикабыҙҙан ситтә лә киң танылыу алған Шишмә шәкәр заводы үҙенең 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тәүге тапҡыр бында шәкәр 1971 йылдың 21 ғинуарында етештерелә башлай. Әлеге ваҡытта предприятиеның ҡеүәте тәүлегенә өс мең тоннанан ашыу сөгөлдөрҙө эшкәртергә һәм 450 тонна шәкәр алырға мөмкинлек бирә.
Тәтешле районында удмурт балалары өсөн төбәк-ара тәрбиәүи-белем биреү лагеры эшләй. Лагерҙа Башҡортостандан, Удмуртиянан һәм Пермь өлкәһенән 103 һәләтле бала ял итә. Улар өсөн бик бай һәм ҡыҙыҡлы программа төҙөлгән, төрлө түңәрәктәр эшләй.
«Мечел» компанияһына ҡараған Белорет металлургия комбинаты эшселәренең балалары ҡара диңгеҙ буйына ял итергә китте. 21 көн буйы улар Лермонтов ауылы янында Рәсәйҙән, Румыниянан килгән балалар менән бергә ял итәсәк. Компания йыл һайын үҙенең эшселәренең балалары өсөн йәшелсә-емештәргә бай йәйге матур осорҙа ошондай ял ойоштора.
Яңы уҡыу йылы башынан «Яңы исемдәр» тип аталған республика хит-парады старт ала. Проекттың маҡсаты – сағыу, һәләтле, йыр-бейеүгә маһир йәштәрҙе асыҡлау. Конкурс шарттары буйынса, хит-парадта үҙен йырсы, бейеүсе, музыкант, модель, фотограф, модельер, ди-джей итеп күрергә теләүсе 15 – 35 йәшлек һәр кем ҡатнаша ала.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.