Тиҙҙән Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар төҙөү буйынса яңы идеялар барлыҡҡа килер, тип өмөт итергә кәрәк. Сөнки республика башлығы Рөстәм Хәмитов Калуга өлкәһенә сәфәрендә өлкәнең «Профессионалдар өсөн торлаҡ» программаһы менән танышты.
Ул унда шулай уҡ техно һәм индустриаль парк эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынды.
Осрашыу барышында Президентыбыҙ Калуга өлкәһе губернаторы Анатолий Артамонов менән төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.